Бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы арта

Бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы арта https://bash.news/news/87685_byudzhet_lkend_eshlselre_xemt_xay_arta
09 ғин 2019, 21:37

Был турала илдең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин белдерҙе. Рәсәй Президентының 2012 йылдағы "Май указдары"нда табиптар, уҡытыусылар, социаль һәм фән хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреү бурысы ҡуйылды һәм ул тормошҡа ашырыла.

Максим Топилин билдәләүенсә, был документта айырым билдәләнмәгән бюджет өлкәһенә ҡараған башҡа хеҙмәткәрҙәренең дә эш хаҡы артасаҡ. Быйыл 1 октябрҙә ул 4,3 процентҡа индексациялана. Бының өсөн федераль ҡаҙнанан төбәктәргә 100 миллиард һум бүленә.

Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығынан белдереүҙәренсә, дөйөм алғанда, эшләп йөрөгән халыҡтың хеҙмәт хаҡы быйыл яҡынса бер ярым процентҡа артырға тейеш.

Бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы арта

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд