Башҡорт хирургияһының рок йондоҙо

Башҡорт хирургияһының рок йондоҙо https://bash.news/news/87689_bashort_xirurgiyayny_rok_jondoo
09 ғин 2019, 21:40

Стоматолог-хирург Роман Зарудий төп эшенән тыш, музыка менән ҡыҙыҡһына. Ә Өфөнөң 18-се ҡала дауаханаһы хирургы Рөстәм Миңлекәев һүрәт төшөрөүгә оҫта. Клиникалағы етди һөнәр эйәләре, ә тормошта сәнғәткә ғашиҡ уҙамандар улар.

Оҫта барабансы, йырсыға ҡарап, тәжрибәле хирург-стоматолог тип әйтмәҫһең дә. Роман Зарудий сәнғәт менән йәш сағынан мауыға. Әммә клиникаға килеп инеү менән ул етди ҡиәфәттә, яратҡан һөнәренә тотона. Музыка уның өсөн эштән ял итеү, күңел талабы.

Роман Зарудий, хирург-стоматолог: “Концерттар һирәк ойошторабыҙ. Башлыса үҙебеҙҙең студияла йырҙар яҙҙырып, фестивалдәрҙә ҡатнашырға тырышабыҙ. Һуңғы йылдарҙа музыка менән ныҡлап ҡыҙыҡһыныуыма ҡыҙым да сәбәпсе. Ул да гитарала уйнап, рок музыкаһы менән мауыға”.

Рөстәм Миңлекәев та хирург. Әммә сәнғәт һөйөүселәргә уның исеме яҡшы таныш. Өфөнөң 18-се ҡала дауаханаһында эшләү менән бер рәттән 2013-2014 йылдарҙа ул үҙенең картиналарын тамашасы хөкөмөнә сығара. Сираттағыһы "Ҡытай беҙҙең йөрәктәрҙә" тип атала. Экспозицияларҙа сит илдәге халыҡтың көнкүреше, тәбиғәте, мөһабәт биналары асыҡ сағылыш тапҡан.

Экскурсияларҙы Рөстәм Миңлекәев үҙе үк үткәрә. Ул хирург-рәссам ғына түгел, ә әҙәбиәткә лә ғашиҡ. Һәр бер картинала дүрт юллыҡ шиғырҙар яҙылған.

Рөстәм Миңлекәев, Өфөнөң 18-се ҡала дауаханаһы хирургы, рәссам: “Төрлө китаптар уҡыйым, фильмдар ҡарайым. Хәҙер мәғлүмәткә ҡытлыҡ юҡ бит. Образдар, моғайын да, шулай тыуалыр. Әммә киләсәктә Ҡытайҙы барып күреү теләгем бар. Һүрәт төшөрөүгә килгәндә, был һәләт ағайымдан күскән тип уйлайым. Яратҡан шөғөлөм төп эшемдән ял итергә ярҙам итә.

Экспозиция менән Рәсәй ҡытай-уйындарында ҡатнашыусылар ҙа яҡындан танышып сыҡҡан. Билдәле сәнғәт оҫталары Рөстәм Миңлекәевтың ижади эштәрен бай йөкмәткеле, тәрән фекерле тип билдәләй.

Гөлнара Юрина, күргәҙмәлә ҡатнашыусы: “Күргәҙмә Рәсәй-Ҡытай уйындарында ҙур роль уйнаны. Улар бында килеп һоҡланып ҡайтты”.

Был күргәҙмә Рәсәй-Ҡытай уйындарында ла мөһим роль уйнаны. Улар килеп ҡаранылар, һоҡландылар. Сөнки картиналарҙы хирург яҙһа ла, шул тиклем профессиональ кимәлдә эшләнгән.

Әле сәнғәткә ғашиҡ хирургтарҙың береһе яңы йыр ижад итһә, икенсеһе билдәле бер темаға картиналар яҙа. Ә илһамды улар, үҙҙәре әйтеүенсә, яратҡан эшенән, пациенттарҙы дауалап, рәхмәт һүҙҙәре ишетеүҙән ала.

Автор: Фәниә Юланова.

Башҡорт хирургияһының рок йондоҙо

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров