Яҡташтарыбыҙ уңыштары

Яҡташтарыбыҙ уңыштары https://bash.news/news/87691_yatashtaryby_uyshtary
09 ғин 2019, 21:43

Башҡорт спортсылары Антон Бабиков менән Эдуард Латипов халыҡ-ара биатлонсылар берлеге кубогының ғинуар этабында сығыш яһай. Бәйге, алдағы ял көндәрендә, Польшала үтәсәк.

Республика саңғысылары ла Башҡортостан данын Рәсәй кимәлендә күрһәтергә әҙерләнә. Әммә уҡыусылар араһындағы туғыҙынсы ҡышҡы спартакиадаға эләгер өсөн йәш спортсыларға өс һәм ете саҡрым арауыҡта яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеү шарт. Бөгөн бәйгеселәр конькиҙа ярышты. Һәр бер уҙышта ҡатнашыусылар билдәле кимәлдә мәрәй ала, был республика йыйылма командаһына эләгеү мөмкинлеген бирә.

Ҡышҡы каникулды Өфөнөң Киров районы уҡыусылары ла файҙалы үткәрә тип әйтергә мөмкин. Хоккей менән мауығыусылар командаларға бүленеп, "Алтын шайба" өсөн көс һынашты.

Автор: Фәниә Юланова.

Яҡташтарыбыҙ уңыштары

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Банер уфимская волна