Радий Хәбировтың рейтингы күтәрелде

Радий Хәбировтың рейтингы күтәрелде https://bash.news/news/87702_radij_xbirovty_rejtingy_ktrelde
09 ғин 2019, 23:06

Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй субъекттары башлыҡтары һөҙөмтәлелеге рейтингында юғарыға күтәрелде. Уны "Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар" агентлығы төҙөгән.

Мәғлүмәттә билдәләнеүенсә, Радий Хәбиров рейтингы сәнәғәт сеймалы булараҡ эшкәртеүгә тәҡдим ителгән Торатау менән Йөрәктауҙы яҡлау һәм "Торатау" геопаркын ойоштороу тураһында аныҡ ҡарар ҡабул иткәндән һуң ҡырҡа арта башлаған. Быға тиклем Радий Хәбиров 24 урында килһә, хәҙер ул 21 баҫҡыста.

Лидерҙар исемлеген Мәскәү мэры Сергей Собянин, Чечен республикаһы башлығы Рамзан Ҡадиров һәм Санкт Петербург губернаторы вазифаһын башҡарыусы Александр Беглов етәкләй.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Радий Хәбировтың рейтингы күтәрелде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Когда отремонтирую ваш подъезд