Рәсәй Президенты эргәһендә Башҡортостандың яңы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп Роман Симандуев тәғәйенләнә

Рәсәй Президенты эргәһендә Башҡортостандың яңы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп Роман Симандуев тәғәйенләнә https://bash.news/news/87703_rsj_prezidenty_ergend_bashortostandy_yay_tuly_xouly_vkile_itep_roman_simanduev_tjenln
09 ғин 2019, 23:07

Был турала "Коммерсант-Өфө" баҫмаһы хәбәр итә. Роман Симандуев быға тиклем бер нисә йыл дауамында республика етәксеһе Радий Хәбиров менән бергә Кремлдең эске сәйәсәт идаралығында референт булып эшләгән. Рәсми рәүештә яңы вазифала ул 15 ғинуарҙа эш башлар тип көтөлә.

Республика хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, Кремлдә юғары вазифа биләгән Роман Симандуев барлыҡ федераль министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре менән уртаҡ тел табыу һәләтенә эйә. Радий Хәбиров уның алдында берҙән-бер бурыс ҡуя.

Мөмкин тиклем күберәк федераль программаларҙа ҡатнашып республикаға мөмкин тиклем күберәк федераль аҡсалар йәлеп итеү. Йәғни, тап Роман Симандуевҡа федераль министр ишеген тапаусы "башҡорт" булыу бурысы йөкмәтелә, тип билдәләнә мәғлүмәттә.

Рәсәй Президенты эргәһендә Башҡортостандың яңы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп Роман Симандуев тәғәйенләнә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Когда отремонтирую ваш подъезд