Салауат ҡалаһы бала табыу йортоноң киләсәген хәл итеү ил кимәленә күтәрелә

Салауат ҡалаһы бала табыу йортоноң киләсәген хәл итеү ил кимәленә күтәрелә https://bash.news/news/87704_salauat_alay_bala_tabyu_jortono_kilsgen_xl_ite_il_kimlen_ktrel
09 ғин 2019, 23:12

Медицина учреждениеһы тирәләй тыуған проблемаға бәйле, Өфөгә Леонид Рошаль киләсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, перинаталь үҙәк шәхси ҡулдарға күсерелгәндән һуң, тиҫтәләп хеҙмәткәр эшенән киткән. Был хәлде улар түбән эш хаҡы, льготалы стаж менән хаҡлы ялға китеү кеүек мөмкинлектәрҙең бөтөрөлөүе менән аңлата.

Фәймә Шәрәфетдинова Салауат ҡалаһы бала табыу йортонда эш башлауға дүрт тиҫтә йылдан ашыу. Бөгөн дә шул ваҡыттағы медицина ҡорамалдары, уҙған быуаттағы шарттар. Бер нимә лә үҙгәрмәгән. Бары тик тут менән ҡапланған. Өҫтәүенә, уларҙы күсергән һайын йән өшөткәс тауыш сығара.

Фәимә Шәрәфетдинова, Салауат бала табыу йорто акушеры: “Мин эшләгән ваҡытта ҡоролмалар алмашынманы. Барыһы ла иҫке”.

Бала табыу йорто тирәләй проблема учреждениеның шәхси партнерлыҡ системаһына күсерелгәс башлана. 2017 йылдан алып ул дәүләттеке тип иҫәпләнмәй. Пилот проекты уҙған быуаттың 60-сы йылдарында асылған бала табыу йортона күләмле ремонт эштәре башҡарыу, заманса медицина ҡорамалдары һатып алыуҙы маҡсат итеп ҡуйғайны. Инвестор был хеҙмәттәрҙе күрһәтергә үҙе теләк белдергән. Әлеге системаға күсереү- күсермәү һорауы төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығында ҡаралған. Проект яҡлау табып, концессия хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Әммә хеҙмәткәрҙәр проекттың кире эҙемтәләрен күреп, төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итә.

Зөлфиә Әминева, Салауат бала табыу йорто акушеры: “Бөгөнгө көндә биш кешегә пенсия биреүҙән баш тарттылар. Беҙ кире бюджет учреждениела эшләгебеҙ килә”.

Учреждениела эшләгән тиҫтәләп хеҙмәткәр эш урындарын бушатҡан да инде. Был хәлде улар түбән эш хаҡы һәм башҡа мөмкинлектәр булмауы менән аңлата. Шуға ла күп пациенттар түләүле тикшереүҙәр үтеп, күрше төбәктәргә мөрәжәғәт итергә мәжбүр.

Ә был иһә бала табыу йортоноң яңыртылған бүлмәһе. Күреүебеҙсә, бер кем дә юҡ. Түләүле. Шуға ла буш тора. Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, урынлашыу өсөн 60 мең һум аҡса ҡалдырыу мөһим. Ә учреждениеның бушлай бирелгән бүлмәләрендә әсәләр өсәүҙән дә кәм түгел. Розалиә Ильясова Салауат ҡалаһында йәшәй. Дауалаусы табибының тап ошо бала табыу йортонда эшләүенә бәйле ул сит ҡалаға барырға уйламаған. Шарттарға күҙ йомаһың, уның ҡарауы, тәжрибәле медицина персоналдар ҡулында булыуың ҡыуандыра, ти ул.

Розалиә Ильясова, Салауат ҡалаһында йәшәүсе: “Шарттар юҡ, әммә табиптарҙың тәжрибәһе юғары кимәлдә”.

Әлбиттә, бала табыу йортонда бер медицина ҡорамалдары ла бөтөнләй һатып алынмай тип әйтеп булмай. Һатып алына ул, тик файҙаланыуға тапшырылмай. Операция өсөн мөһим һаналған лапароскопия аппараты мәҫәлән, былтыр һатып алынған. Өҫтәмә ҡорамалдар етмәгәнлектән ул урынынан ҡуҙғалғаны юҡ.

Салауат бала табыу йорто илдә концессия ярҙамында шәхси ҡулдарға күскән тәүге учреждение һанала. Был алым беренсеһе... Инвестор йәлеп итеү ҙә шул иҫәптә. Шуға ла, эш әле башланып ҡына тора, тәүге һөҙөмтәләр ҙә теүәл биш йылдан ғына күренәсәк, ти үҙәк етәкселеге. Медицина хеҙмәткәрҙәренең теләге бер. Бәхәс хеҙмәтләндереүҙең сифатына йоғонто яһамаһын ине.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Салауат ҡалаһы бала табыу йортоноң киләсәген хәл итеү ил кимәленә күтәрелә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд