Республика медицина учреждениеларына һыуыҡта туңып мөрәжәғәт итеүселәр артҡан

Республика медицина учреждениеларына һыуыҡта туңып мөрәжәғәт итеүселәр артҡан https://bash.news/news/87706_respublika_medicina_uchrezhdenielaryna_yuyta_tuyp_mrzht_iteselr_artan/?lang=bash
09 ғин 2019, 23:22

Быны табиптар, ғәҙәттә, яңы йыл байрамдарында һауа температураһы түбәнәйеүенә, кешеләрҙең спиртлы эсемлектәрҙе саманан күп ҡулланып, урамда ҡалыуына бәйләй. Өфөнөң 8-се клиник дауаханаһы табиптары әйтеүенсә, күрһәткестәр былтырғынан әллә ни юғары түгел. Шулай ҙа алдағы көндәрҙә көтөлгән сатлама һыуыҡтар пациенттар һанын ҡырҡа арттырыуы ихтимал.

Белгестәр оҙон юлға сыҡҡанда иркен, йылы, ҡоро кейем кейергә кәңәш итә. Әгәр ҙә туңыу осраҡтары күҙәтелгән икән, ауырыуҙы йылы ванна индереп, яҡын тирәләге медицина учреждениеһына алып барыу мотлаҡ.

Морат Ғәлин, Өфөнөң 8-се клиник дауаханаһының методик эштәрҙе ойоштороу буйынса баш табип урынбаҫары: “Юлда ла машиналар боҙолған осраҡтар була. Йә буран сығып, ҡамауҙа ҡалыу. Был осраҡта нимә эшләргә кәрәк: иң беренсе туңған кешенең яйлап ҡына тән температураһын күтәреү иалап ителә, тиҙ арала яҡын тирәләге медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итергә кәрәк”.

Автор: Фәниә Юланова.

Республика медицина учреждениеларына һыуыҡта туңып мөрәжәғәт итеүселәр артҡан

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет