Бер быуатлыҡ ғүмер

Бер быуатлыҡ ғүмер https://bash.news/news/87707_ber_byuatly_mer
09 ғин 2019, 23:28

Яңы йылдың тәүге көндәрендә һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Тәғзимә Фәтхлисламова йөҙ йәшлек юбилейын билдәләне. Тәғзимә Хәйрулла ҡыҙына Рәсәй Президенты Владимир Путиндан, Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡараусы Радий Хәбировтан ҡотлау телеграммалары, район хакимиәте башлығынан иҫтәлекле бүләктәр тапшырылған.

"Зингер" теген машинаһы Тәғзимә Фәтхлисламованың йортонда иң ҡәҙерле ҡомартҡы. Заманында уңған ханым уның ярҙамында балаларын, хәләл ефете һәм тыуған-тумасаларының өҫ-башын бөтәйткән. Ғаиләләге иң өлкән бала һеңлеһе Әнисә Хәйрулла ҡыҙына ла тормошта төп терәк, кәңәшсе булараҡ ҡәҙерле һәм яҡын.

Әнисә Сәхәбетдинова, Тәғзимә Фәтхлисламованың һеңлеһе: “Стаханов булды. Итектәр тегеп, кейҙереп үҫтерҙе. Өҫ-баштарыбыҙҙа апайыбыҙ кейем тегеп кейҙерҙе. Икенсе әсәйебеҙ ул”.

Тәғзимә Фәтхлисламова илебеҙҙең бөгөнгө муллығы өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт һалған. Һуғышҡа тиклем аяҡ кейемдәре тегеү фабрикаһында эшләгән. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, шәфҡәт туташтары курсын тамамлай. Төп эшенән һуң, хәрби госпиталгә барып яралы һалдаттарҙы тәрбиәләшә. Һуғыштан һуң илде аяҡҡа баҫтырыу йылдарында һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы 161-cе заводта хеҙмәт итә. Тормош иптәше, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ҡәүи Фәтхлисламов менән өс ул тәрбиәләп, оло тормош юлына сығаралар. Йөҙйәшәр оҙон һәм бәхетле ғүмерле булыуҙың сере менән дә уртаҡлашты.

Тәғзимә Фәтхлисламова, йөҙйәшәр: “Аҡылды булдым, уңған булдым. Кешегә йәбешмәнем, тиргәшмәнем”.

Улдары Риф менән Рим, ейәндәре Тәғзимә Фәтхлисламоваға күңел түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Юбилярҙы ҡотларға хәрби комиссариат вәкилдәре лә килде. Яҡты зиһенле йөҙйәшәр үҙен тәбрикләүселәргә Ҡөръән юлдарын бағышланы.

Йөҙйәшәр ханым ҡулынан Ҡөръәнен төшөрмәй. Балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә изге доғаларын уҡып, изге теләктәрен еткерә. Матур тәрбиә һәм әхләҡ нигеҙҙәре алған балалары уны олоғайған көнөндә ярҙамынан ташламай, бағып, даими хәстәрлек күрә.

Бер быуатлыҡ ғүмерендә ул ил күргәнде күргән һәм кисергән. Шат күңелле, аҡ йөрәкле Тәғзимә Фәтхлисламова бөтә сирҙән дауа-тырыш хеҙмәт, тигән фекерҙә. Уның байрам табынында ла тәбиғи һәм хәләл көс менән табылған ризыҡтар. Ағинәй, йыш ҡына, минең кеүек ябай һәм ихлас тормош көтһәгеҙ, йөҙҙө лә уҙырһығыҙ, тип шаярта. Дөрөҫ туҡланыу, күркәм холоҡ кешене оҙон ғүмерле итә, ти табиптар ҙа. Өфөнөң Нижегродка биҫтәһендә йәшәгән Тәғзимә Фәтхлисламова ошо ябай ҡәғиҙәләргә таянып йөҙ йәшкә еткән.

Автор: Гүзәл Борханова.

Бер быуатлыҡ ғүмер

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA