Башҡортостанда ойошма директоры бухгалтерға эш хаҡы түләмәгәне өсөн штраф ала

Башҡортостанда ойошма директоры бухгалтерға эш хаҡы түләмәгәне өсөн штраф ала https://bash.news/news/87712_bashortostanda_ojoshma_direktory_buxgaltera_esh_xay_tlmgne_sn_shtraf_ala
10 ғин 2019, 09:41

Учалыла енәйәт эшен тикшереү тамамланды. Ойошма директоры эш хаҡы түләмәүҙә ғәйепләнә. Бурыс күләме 69 мең һум тәшкил итә.

Башҡортостанда ойошма директоры бухгалтерға эш хаҡы түләмәгәне өсөн штраф ала
Башҡортостанда ойошма директоры бухгалтерға эш хаҡы түләмәгәне өсөн штраф ала

Республиканың Тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, «Башэлектромонтаж» ойошмаһының директоры баш бухгалтерға хеҙмәт хаҡы түләмәй. Ғинуар айынан июлгә тиклем хеҙмәткәр эш хаҡы алмай. Директор бер ниндәй ҙә сара күрмәй. Билдәләргә кәрәк, ойошманың эш хаҡы түләргә мөмкинселеге була. Етәксе ул аҡсаларҙы башҡа маҡсатта ҡуллана.

Бухгалтер алдындағы бурыс тулы күләмдә ҡайтарыла. Директорға штраф һалына.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество