Өфөлә 21 йәшлек водитель ике бәләкәй ҡыҙҙы бәрҙерә

Өфөлә 21 йәшлек водитель ике бәләкәй ҡыҙҙы бәрҙерә https://bash.news/news/87718_fl_21_jshlek_voditel_ike_blkj_yy_brer
10 ғин 2019, 10:41

9 ғинуарҙа Хмельницкий урамында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. «Дэу Нексия» автомобиле бер юлы ике йәйәүлене бәрҙерә. Өс һәм дүрт йәшлек ҡыҙҙар тәгәрмәс аҫтында ҡала.

Өфөлә 21 йәшлек водитель ике бәләкәй ҡыҙҙы бәрҙерә
Өфөлә 21 йәшлек водитель ике бәләкәй ҡыҙҙы бәрҙерә

Хәбәр итеүҙәренсә, балалар әсәһе менән юлды үтеп барған. Шул ваҡытта уларҙы 21 йәшлек водитель бәрҙерә. Ҡыҙҙар, тән йәрәхәттәре менән, дауаханаға оҙатыла.

Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Республика биләмәһендә тәүлек эсендә һигеҙ юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Уларҙа туғыҙ кеше йәрәхәт ала.

Спутник FM
Новости партнеров
Мусафир
GAUGA