Башҡалала,петарда шартлатыу һөҙөмтәһендә, бала йәрәхәт ала

Башҡалала,петарда шартлатыу һөҙөмтәһендә, бала йәрәхәт ала https://bash.news/news/87724_bashalalapetarda_shartlatyu_mtend_bala_jrxt_ala
10 ғин 2019, 11:36

Яңы йыл каникулдары осоронда башҡалала йәшәүсе 3763 кеше травмпунктарға мөрәжәғәт итә. Был хаҡта бөгөн,10 ғинуарҙа, ҡала хакимиәтендә белдерҙеләр. Өфө ҡала хакимиәтенең Халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау бүлеге етәксеһе Рәдиф Сабиров белдереүенсә, уҙған йыл менән сағыштырғанда, мөрәжәғәт итеүселәр һаны кәмегән.

Башҡалала,петарда шартлатыу һөҙөмтәһендә, бала йәрәхәт ала
Башҡалала,петарда шартлатыу һөҙөмтәһендә, бала йәрәхәт ала

Йәрәхәттәр, башлыса, урамдарҙа һәм көнкүреш шарттарында алына. Өфөнөң медицина учреждениеларына 840 кеше аяҡ-ҡулдарын һындырып, 38 кеше тән өшөтөү һәм бешереү менән мөрәжәғәт итә. Башҡаланың Яңы йыл майҙансыҡтарында 99 кеше төрлө тән йәрәхәттәре ала.

Шулай уҡ, пиротехника ҡатнашлығында бәхетһеҙ осраҡ теркәлә. С.Кувыкин урамында тауҙан шыуып йөрөүсе малайҙың йөҙөнә петарда эләгә. Һөҙөмтәлә, бала зыян күрә.

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд