Иртәгә төбәктә ҡар яуыуы һәм буран сығыуы вәғәҙәләнә

Иртәгә төбәктә ҡар яуыуы һәм буран сығыуы вәғәҙәләнә https://bash.news/news/87740_irtg_tbkt_ar_yauyuy_m_buran_syyuy_vln
10 ғин 2019, 18:00

Иртәгә, ун беренсе ғинуарҙа, Башҡортостанда ҡар яуыуы һәм буран сығыуы тураһында хәбәр итәләр. Башгидрометүҙәк белгестәре белдереүенсә, төбәктең күп кенә өлөштәрендә бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ҡайһы бер райондарҙа буран сығасаҡ.

Иртәгә төбәктә ҡар яуыуы һәм буран сығыуы вәғәҙәләнә
Иртәгә төбәктә ҡар яуыуы һәм буран сығыуы вәғәҙәләнә

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, юлдарҙың айырым өлөштөренә өрт һалыуы ихтимал. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә егерме градус һалҡын, ҡайһы бер райондарҙа 27 градусҡаса түбәнәйәсәк, көндөҙ ун биш градус һалҡын.

Алдағы ике көндә ҡар яуыуы, буран сығыуы көтөлә, көрт һалыуы, боҙлауыҡ булыуы ихтимал, һауа температураһы күтәреләсәк.

Башгидрометүҙәк

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд