Өфөлә йәшәүсе ир ҡыҙҙар менән танышып, уларҙы ВИЧ менән зарарлай

Өфөлә йәшәүсе ир ҡыҙҙар менән танышып, уларҙы ВИЧ менән зарарлай https://bash.news/news/87748_fl_jshse_ir_yar_menn_tanyshyp_ulary_vich_menn_zararlaj
10 ғин 2019, 17:36

Өфөлә йәшәүсе 37 йәшлек ир ике һәм унан күберәк кешене ВИЧ-инфекцияһы менән зарарлауҙа ғәйепләнә. Ир үҙ ғәйебен танымай. Был хаҡта төбәк прокуратураһы хәбәр итә.

Өфөлә йәшәүсе ир ҡыҙҙар менән танышып, уларҙы ВИЧ менән зарарлай
Өфөлә йәшәүсе ир ҡыҙҙар менән танышып, уларҙы ВИЧ менән зарарлай

2012 йылда ғәйепләнеүселә ВИЧ сирен асыҡлайҙар. Бергә йәшәгән йөклө ҡатынына был диагноз ҡуйылғандан һуң, ир инфекцияға анализ тапшыра. Һөҙөмтәлә, ир ҡатын менән айырылыша. 2013 йылдың сентябренән алып, ир интернет селтәрендә ҡыҙҙар менән таныша һәм улар менән енси бәйләнешкә инә. Ғәйепләнеүсе уларға үҙенең сирле икәне тураһында хәбәр итмәй.

Һөҙөмтәлә, өс кеше ВИЧ-инфекцияһы менән зарарлана. Суд ирҙе 6 йылға иректән мәхрүм итә. Шулай уҡ, ул зыян күреүселәрҙең һәр береһенә ярты миллион һум күләмендә компенсация түләргә тейеш.

Спутник FM
Новости партнеров
Мусафир