Башҡортостанға Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы рәйестәше Леонид Рошаль килде

Башҡортостанға Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы рәйестәше Леонид Рошаль килде https://bash.news/news/87764_bashortostana_djm_rsj_xaly_frontyny_k_shtaby_rjestshe_leonid_roshal_kilde
10 ғин 2019, 20:29

Билдәле доктор бөгөн ойошманың урындағы активистары менән осрашып, уларҙың эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Атап әйткәндә, халыҡ фронты ағзалары Рәсәй президенты указдарының ғәмәлгә ашырылыуын етди контролдә тота. Леонид Рошаль ике көнлөк эш сәфәре барышында һаулыҡ һаҡлау өлкәһен борсоған көнүҙәк проблемалар буйынса фекер алышасаҡ.

Ысынлап та, медицинала халыҡты борсоған мәсьәләләр етерлек. Йәмәғәт эшмәкәре үҙәктән алыҫта урынлашҡан дауаханаларҙың профилле белгестәргә ихтыяж кисереүе, сабыйҙар араһында үлем осраҡтарының юғары булыуы, шулай уҡ Салауат ҡалаһындағы бала табыу йортон шәхси ҡулдарға күсереү һөҙөмтәлеген тикшерергә ниәтләй.

Леонид Рошаль, Медицина фәндәре докторы, профессор, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының үҙәк штабы рәйестәше: “Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен кадрҙар мәсьәләһе борсой. Үлем осраҡтарының артыуы ла беҙҙеҫ хафаға һала. Поликлиникаға килгән сирлеләр ҡәнәғәт ҡалһын өсөн, тәүге медицина ярҙамы сифатын яҡшыртырға кәрәк”.

Автор: Илдар Байбулатов.

Башҡортостанға Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы рәйестәше Леонид Рошаль килде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд