Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында бөгөн Аксаков хәйриә шыршыһы үтте

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында бөгөн Аксаков хәйриә шыршыһы үтте https://bash.news/news/87767_bashort_dlt_opera_m_balet_teatrynda_bgn_aksakov_xjri_shyrshyy_tte
10 ғин 2019, 20:31

Байрамда республика район-ҡалаларынан 294 малай-ҡыҙ ҡатнашты. Улар мөмкинлектәре сикләнгән, ауыр тормош хәлендә ҡалған һәм төрлө хәрби бәрелеш ветерандарының балалары.

Килгән халыҡты театр фойеһында уҡ әкиәт персонаждары геройҙары ҡаршы алды. Тамашасыларға театрлаштырылған сара күрһәтелде. Һуңынан, байрам опера сәхнәһендә ил кимәлендә билдәлелек алған яҡташыбыҙ Рушана Вәлиева сығышы менән дауам итте. Ә инде Аксаков шыршыһына саҡырылған, тик һаулығы буйынса килә алмаған балаларҙы яҡын арала ирекмәндәр өйҙәренә барып ҡотлаясаҡ.

Зөлхизә Ырыҫҡолова, Өфөнөң 13-сө коррекция мәктәп-интернаты тәрбиәсеһе: “Бөгөнгө тантанаға егерменән ашыу балалар менән килдек. Һәр артист сығышын һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ”.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында бөгөн Аксаков хәйриә шыршыһы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа