Башҡортостанда прокуратура тикшереүенән һуң, йорттарҙы электр энергияһы менән тәьмин итеү тергеҙелә

Башҡортостанда прокуратура тикшереүенән һуң, йорттарҙы электр энергияһы менән тәьмин итеү тергеҙелә https://bash.news/news/87771_bashortostanda_prokuratura_tikshereenn_u_jorttary_elektr_menn_tmin_ite_tergeel
11 ғин 2019, 10:02

Өфө районы прокуратураһы тарафынан «Медтехника» баҡсасылыҡ хужалығында электр энергияһын һүндереү буйынса граждандар ялыуы тикшерелде. Асыҡланыуынса, баҡса биләмәһендә урынлашҡан йорттар туғыҙ граждан өсөн йәшәү урыны булып тора. Улар араһында балалары булған беренсе һәм икенсе төркөм инвалидтары бар. Был хаҡта республика прокуратураһы хәбәр итә.

Башҡортостанда прокуратура тикшереүенән һуң, йорттарҙы электр энергияһы менән тәьмин итеү тергеҙелә
Башҡортостанда прокуратура тикшереүенән һуң, йорттарҙы электр энергияһы менән тәьмин итеү тергеҙелә

Баҡсасыларҙың дөйөм йыйылышында, ҡышҡы осорға биләмәне электр энергияһынан өҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Һөҙөмтәлә, йортта йәшәүселәр торлаҡты йылытыуҙан һәм көнкүреш ҡоролмаларҙы ҡулланыуҙан мәхрүм ҡала. Законға ярашлы, баҡсасылыҡ хужалыҡтары был һорауҙы хәл итергә хоҡуғы юҡ.

Өфө районы прокуратураһы граждандарҙың хоҡуғын яҡлай. Ведомство баҡсасылыҡ хужалығын электр энергияһын тергеҙеүҙе талап итә. Суд ҡарары башҡарылышы прокуратура районы күҙәтеүе аҫтында.

Фото: Интернет.

Спутник FM
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Банер уфимская волна