Республикала ауыл советы башлығы ришүәт алыуҙа ғәйепләнә

Республикала ауыл советы башлығы ришүәт алыуҙа ғәйепләнә https://bash.news/news/87775_respublikala_auyl_sovety_bashlyy_risht_alyua_jepln
11 ғин 2019, 10:32

Башҡортостанда Дыуан-Мәсетле районы башлығына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла. Был хаҡта республика прокуратураһы хәбәр итә.

Республикала ауыл советы башлығы ришүәт алыуҙа ғәйепләнә
Республикала ауыл советы башлығы ришүәт алыуҙа ғәйепләнә

Тикшереү барышында асыҡланыуынса, уҙған йылда ауылда йәшәүсене законһыҙ рәүештә торлаҡҡа инеү статьяһы буйынса хөкөм итәләр. Уны 120 сәғәткә мәжбүри эшкә йәлеп итәләр һәм язаны үтәү өсөн ауыл советына йүнәлтәләр. Тиҙҙән ул ауыл советы башлығына язаны үтәмәйенсә, ситкә эшкә китеүҙе һорап, мөрәжәғәт итә.

Етәксе эш башҡарыу тураһында ялған документ яһай һәм бының өсөн биш мең һум күләмендә аҡса ала. Осраҡ буйынса прокуратура тикшереү ойоштора . Уның һөҙөмтәһендә, тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғата. Тикшереү барышы һәм уның һөҙөмтәһе ведомство контроле аҫтында.

Фото: Интернет.

Спутник FM
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд