Салауат ҡалаһындағы бала табыу йорто дәүләт ҡарамағында булырға тейеш

Салауат ҡалаһындағы бала табыу йорто дәүләт ҡарамағында булырға тейеш https://bash.news/news/87782_salauat_alaynday_bala_tabyu_jorto_dlt_aramaynda_bulyra_tejesh
10 ғин 2019, 23:09

Был турала бөгөн Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы рәйестәше Леонид Рошаль белдерҙе. Билдәле балалар табибы Өфөлә "Сәләмәтлек" милли проекттарын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләренә арналған "түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнашты. Осрашыуға халыҡ фронты ағзаларынан тыш, республика парламенты депутаттары һәм һаулыҡ һаҡлау тармағы белгестәре саҡырылды.

Салауат ҡалаһындағы бала табыу йорто былтыр шәхси партнерлыҡ системаһына күсерелгәйне. Инвестор ярты быуат самаһы элек төҙөлгән бинаны ремонтлауҙы һәм заманса медицина ҡорамалдарын һатып алыуҙы үҙ өҫтөнә алды. Әммә йүнселдәр ниәттәрен бойомға ашырған ваҡытта төрлө ҡаршылыҡтарға тарый. Өҫтәүенә, күп кенә медицина хеҙмәткәрҙәре түбән эш хаҡына һылтанып икенсе дауаханаларға күсергә тотона.

Килеп тыуған ҡатмарлыҡтарҙы күҙ уңында тотоп Бөтә Рәсәй халыҡ фронты Салауат ҡалаһындағы хәлде контролгә алды. Билдәле табип Леонид Рошаль әйтеүенсә, халыҡ фронты вәкилдәре медицина берләшмәһе менән берлектә бала табыу йортон дәүләт ҡарамағына күсереү яҡлы.

Леонид Рошаль, Медицина фәндәре докторы, профессор, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының үҙәк штабы рәйестәше: “Сначала довели роддом до непотребного состояния, затем отдали в частные руки. Это не государственный подход. Роддом должен остаться в руках государства. Это позиция национальной медицинской палаты и фронта. Мы будем пытаться исправить это положение”.

Леонид Рошаль ҡатнашлығында үткән "түңәрәк өҫтәл"дә "Сәләмәтлек" милли проектына бүленгән аҡсаларҙы һөҙөмтәләре ҡулланыу мәсьәләһе лә тикшерелде. Быйыл йәһәттән республикаға яҡын киләсәктә федераль бюджеттан биш миллиард һум самаһы аҡса бүленә. Был сығымдар яман шеш һәм йөрәк ауырыуҙарына ҡаршы көрәшкә, яңы балалар поликлиникалары һәм фельдшер-акушерлыҡ пунктары төҙөүгә йүнәлтелә. Осрашыуҙа шулай уҡ төпкөлдәге дауаханаларҙы тар белгестәр менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә тикшерелде.

Эльвира Айытҡолова, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы рәйестәше: “Бөтә төбәк аҡса аласаҡ. Уның һөҙөмтәһен үҙебеҙҙең һаулыҡта һиҙергә тейешбеҙ. Үҙ һаулығыбыҙҙы үҙебеҙ ҙә һаҡларға тейешбеҙ”.

Халыҡ фронты ағзалары бюджеттан бүленгән аҡсаларҙың һәр тине маҡсатҡа ярашлы файҙаланһын өсөн контролде тағы ла көсәйтергә ниәтләй. Ул саҡта ил етәкселеге ҡуйған бурыстар мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ, тип билдәләне осрашыуҙа ҡатнашыусылар. Шуларҙың береһе киләсәктә Рәсәйҙә уртаса йәшәү оҙонлоғон 78 йәшкә тиклем еткереү.

Автор: Илдар Байбулатов.

Салауат ҡалаһындағы бала табыу йорто дәүләт ҡарамағында булырға тейеш

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Банер уфимская волна