Баш ҡалала ике ҡатлы иҫке йорттарҙы һүтеү дауам итә

Баш ҡалала ике ҡатлы иҫке йорттарҙы һүтеү дауам итә https://bash.news/news/87784_bash_alala_ike_atly_ike_jorttary_te_dauam_it

Үҙгәрештәр тәү сиратта Черниковка һәм Затон биҫтәләренә ҡағыла. Реновация программаһы буйынса, йорт хужаларын яңы, заманса фатирҙарға күсереү күҙаллана. Тулыраҡ беҙҙең яҙмала.

Хаҡлы ялға сыҡҡан Закир Борханов уңайлы йәшәү шарттары хаҡында хыяллана. Был йортҡа ул тормош иптәше менән 1965 йылда күсенгән. Әммә был фатир нисек кенә ҡәҙерле булһа ла ғаилә бөгөндән торлаҡтарын алыштырырға әҙер.

Реновация программаһы тормошҡа ашырылһын өсөн торлаҡ хужаларының ризалығы кәрәк. Төп шарт - аҙ ҡатлы йортта йәшәүселәрҙең кәм тигәндә өстән ике өлөшө яңы фатирға күсеүгә әҙер булырға тейеш.

Берәүҙәр тулыһынса йортто һүтеү яҡлы булһа, икенселәр төҙөкләндереү ҙә етә тип иҫәпләй. Был йорттар - тарихи әһәмиәтле икәнде онотмаҫҡа кәңәш итеүсе белгестәр ҙә юҡ түгел.

Урал Ураҡсин, Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы: “30-40 йылдарҙа төҙөлгән йорттар тарихи әһәмиәткә эйә. Уны оноторға ярамай. Ул йорттар бөгөнгө йорттарға ҡарағанда йылыраҡ”.

Халыҡты иҫке йорттарҙан яңы торлаҡҡа күсереү тәжрибәһе Мәскәүҙә уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Әммә баш ҡала сығымдары менән төбәк кимәлендәге мөмкинлектәр бер түгел икәнен аңларға кәрәк. Әлегә был сетерекле мәсьәләне хәл итерлек аныҡ ҡына ҡағиҙәләр юҡ.

Әлегә белгестәр реновациялауҙы тейешенсә башҡарыр өсөн федераль законға индереләсәк үҙгәрештәрҙе көтә. Дәүләт менән төҙөлөш компаниялары ғәҙел килешеүгә ҡул ҡуйғас ҡына, ең һыҙғанып иҫке йорттарҙан ҡотолоу программаһына тотонорға мөмкин. Емерек торлаҡтарҙың һүтелә башлауы 2020 йылда башлана.

Автор: Флорида Ким.

Баш ҡалала ике ҡатлы иҫке йорттарҙы һүтеү дауам итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд