Өфөнөң Нуғай ауылында боҙ аҫтында ҡалған ат ҡотҡарылды

Өфөнөң Нуғай ауылында боҙ аҫтында ҡалған ат ҡотҡарылды https://bash.news/news/87785_fn_nuaj_auylynda_bo_atynda_alan_at_otaryldy
10 ғин 2019, 23:17

Люба ҡушаматлы бейә урындағы быуа янында бәләгә тарыған. Билдәле булыуынса, хужаһы һыбай китеп барғанда, ауылда ниндәйҙер көслө тауыш яңғырай, һөҙөмтәлә ат саба башлай, артабан ҡапыл туҡтап боҙ аҫтына уйылып төшә.

Ҡурҡышынан, сатлама һыуыҡтан ҡалтыранған йылҡыны юрғанға төрәләр, тынысландырырға тырышалар. Артҡы тояҡтары менән боҙға төшөп киткән ат бар ауыл халҡын аяҡҡа баҫтыра. Уға ярҙамға ҡотҡарыусылар ҙа килеп етә. Сәғәт ярымдан малҡай ярға сыға.

Александр Григорьев, Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығының эҙләү-ҡотҡарыу идаралығы етәксеһе: “Ат оҙаҡ ҡына ҡарышты, боҙҙан сығырға теләмәне, туңа башланы. Шунан бер ир малҡай күп кеше тороуҙан да ҡурҡалыр тип фаразлап, бөтәһенә лә ситкә китергә ҡушты. Ысынлап та, йылҡы ыңғайға килеп ярға сыҡты, һуңынан хужаһы менән өйгә ҡайтып китте”.

Анастасия Пешкина аты өсөн борсолоп йоҡоһоҙ төн үткәрә, бәхетенә Люба ҡушаматлы бейә бөгөн үҙен тыныс тота. Плед ябынып йөрөүгә лә күнегеп киткән, өшөүе һаман бөтмәгән, күрәһең.

Анастасия Пешкина: “Боҙ ҡамауында ҡалғас та, ат ҡалтырана башланы, күп тә үтмәй тәне тартышты. Шуға өйгә ҡайтҡас уҡ бейәне ветеринарға күрһәттек. Тиреһенә спирт һөртөп, йылыттыҡ, юрған яптыҡ. Аппетиты юғалманы, әле үҙен яҡшы тоя”.

Анастасия атын бер нисә көнгә ҡурала бикле тоторға уйлай, әммә малҡай иртә менән ҡура ишеген бер туҡтауһыҙ тибеп, саф һауала йөрөргә теләк белдерә. Шулай ҙа тәбиғәт ҡосағында һыбай йөрөүҙәрҙе ҡыҙ ваҡытлыса туҡтатырға теләй. Ат та бит тап көслө тауыш ишеткәндән һуң, саба башлап һыу ятҡылығына барып төшә.

Күреүегеҙсә, хәүефле урын иҫкәртеүсе таҫмалар менән уратып алынған. Бында йөрөү ҡурҡыныс. Быуа тирәләй шишмәләр аға, шуға боҙ ҙа йоҡа. Яр ситендә иһә һыу тәрән түгел, шуға ҡарамаҫтан ат ләмгә эләгеп сыға алмай.

Хәйер, яҡында йорттар була. Ат хужаһы ярҙам һорап ҡысҡырған тауышҡа тиҫтәгә яҡын кеше килеп етә. Малды башта төрлө юл менән ҡотҡарырға тырышалар.

Алмаз Мәҡсүтов, Нуғай ауылында йәшәүсе: “Тәүге минуттарҙа ат үҙе боҙҙан сыға алыр кеүек ине. Әммә батҡаҡ булғас, хәле тиҙ бөттө, сәғәт ярым эсендә туңғайны. Внедорожникҡа трос тағып тартып та ҡараныҡ. Тик сығарып булманы. Ярай, үҙе сыҡты”.

Урында дамба йырылыу сәбәпле, быуала һай була, шуға биләмәлә йөрөү тыйылған. Был турала иҫкәртеүсе яҙыуҙар ҙа күренгеләй. Шуға аттың хужаһына административ штраф һалыныуы ла ихтимал.

“Дамба тергеҙелһә лә быуала боҙ ярылыуы ихтимал. Шуға район хакимиәте, граждандарҙы яҡлау идаралығы, йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре тарафынан профилактик рейдтар даими ойошторола. Халыҡты боҙ өҫтөнән йөрөү тыйыла тип иҫкәртәбеҙ”.

Рөстәм Шакиров, Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтенең алыҫ биләмәләр менән эшләү бүлеге етәксеһе

Анастасия Пешкинаны был хәл уяулыҡҡа өйрәткән. Киләсәктә йылҡы башын арттырып, ул ат клубы асырға теләй. Хыялын тормошҡа ашырыуға тәүге аҙым яһалған - әле ҡыҙ ветеринарға уҡый. Бынан тыш, йәйгеһен ауыл балаларын атта һыбай йөрөтөп тә һөйөндөрә.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфөнөң Нуғай ауылында боҙ аҫтында ҡалған ат ҡотҡарылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Банер уфимская волна