Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса дәреслектәр Федераль исемлеккә индерелде

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса дәреслектәр Федераль исемлеккә индерелде https://bash.news/news/87786_bashort_tele_m_bite_bujynsa_dreslektr_federal_isemlekk_inderelde
10 ғин 2019, 23:23

Был хаҡта илдең Мәғрифәт министры Ольга Васильеваның ҡарары бар. Яңы стандарттар буйынса әсбаптар элеккеһенән нимәһе менән айырыла? Дәреслектәрҙең авторҙары -Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты ғалимдары менән әңгәмәне беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Башҡорт әсбаптарын хәҙер уҡып ҡына түгел, тыңлап та була. Улар Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең Интернеттағы рәсми сайтына индерелгән. Дәреслектәрҙең электрон варианты булыуы - заман талаптарының береһе. Ул федераль стандарт. Уҡытыу программаһын яңыса алып барыу 2009 йылда закон менән нығытылды һәм исемлеккә һәр төбәк үҙ дәреслектәрен индерергә тейеш ине. Ниһайәт, беҙҙең ғалимдарҙың күп йыллыҡ эш һөҙөмтәһе Рәсәй фәндәр академияһы тарафынан баһаланды һәм илдең Мәғрифәт министрлығы уларҙы раҫланы.

Әйтергә кәрәк, саф башҡорт телле балалар өсөн Әлифба 2016 йылда уҡ исемлеккә алынған. Сөнки был дәреслекте булдырыу өҫтөндә эш күп йылдар элек башланған. Автор ҡулындағы Әлифба1998 йылда нәшер ителгән. Дәреслек баланы үҫтереү системаһына нигеҙләнеп яҙылған. Ошо йәһәттә рус психологтарының ғилми эшмәкәрлеге өйрәнелгән.

Башҡорт теле республикала өс төрлө йүнәлештә уҡытыла. Тимәк, федераль исемлеккә өс линияла ла уҡыу комплекттары әҙерләнгән. Бөтөнләй аңламаған, белмәгән уҡыусыларға телде дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙа рус һәм сит телдәр тәжрибәһе иҫәпкә алынған.

Зәкиә Ғәбитова, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты кафедраһы мөдире, профессор: “Башҡорт теле дәүләт теле булараҡ бик үҙенсәлекле йүнәлештәрҙең береһе. Тәү сиратта уҡыусыларҙы башҡорт телен аңлап, дөрөҫ һөйләргә өйрәтеү”.

Уҡыусы үҙаллы эҙләнергә, белем алырға һәм асыш яһарға тейеш. Һәр дәреслеккә уҡыу-методик комплект булдырыу ошо маҡсатты күҙаллай. Бер һүҙ менән әйткәндә, дәрестә кем ҡул күтәреп яуап биргән, уның белеме генә баһаланмай. Һәр уҡыусы үҙен һәм иптәштәрен тикшереп ҡарай ала. Сөнки ҡул аҫтында ғына бының өсөн махсус ҡулланмалар бар.

Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында Милли мәғарифты уҡыу методик әсбаптар менән тәьмин итеү үҙәге дүрт йыл ғына эшләп һуңынан оптималләштерелде. Тимәк, әлеге хеҙмәттәрҙе ғалимдар төп эшенән тыш эшләй. Дәреслек яҙыу энә менән ҡойо ҡаҙыуҙан да ҡатмарлыраҡ. Бигерәк тә яңы стандарттарға яраҡлаштырыу өсөн.

Зәкиә Нафиҡова, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты кафедраһы доценты, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы: “Дәреслектәрҙе өҫтәл артында ғына ултырып түгел, төп эшебеҙ менән параллель рәүештә башҡарҙыҡ. Дәреслектәр күбеһенсә кискеһен, ял көндәрендә, отпускта яҙылды”.

Ҡатмарлыҡтарға килгәндә, әлбиттә, Федераль исемлеккә индерелмәгән өсөн мәктәптәрҙә телебеҙҙе уҡытыу закондан тыш тип һанап прокуратура тикшереүе, штрафтар һалыу кеүек күңелһеҙ күренештәр ҙә булып алды.

Башҡорт ғалимдарының күп йыллыҡ хеҙмәте тейешле баһаланды һәм башҡорт телен, әҙәбиәтен заманса стандарттар буйынса уҡытыу өсөн ил кимәлендә раҫлау бар. Йәш быуынға уҡырға, уҡырға һәм уҡырға ғына кәрәк.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса дәреслектәр Федераль исемлеккә индерелде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд