Бөгөн күренекле ғалим, академик Раил Кузееевтың тыуыуына 90 йыл

Бөгөн күренекле ғалим, академик Раил Кузееевтың тыуыуына 90 йыл https://bash.news/news/87787_bgn_krenekle_alim_akademik_rail_kuzeeevty_tyuyuyna_90_jyl
10 ғин 2019, 23:27

Башҡортостандың тарих һәм этнография фәне үҫешендә тәрән эҙ ҡалдырған шәхесте ғилми йәмәғәтселек иҫкә алды, бюсына сәскә гөлләмәләре һалынды, фәнни мираҫы барланды. Раил Кузеев исемен йөрөткән археология һәм этнография музейында үткән сара менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.

Өфө археология һәм этнология музейынан һуңғы осорҙа кеше өҙөлмәй. Хәҙер инде баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары яратып өлгөргән мәҙәниәт усағы Раил Кузеетың тынғыһыҙ хеҙмәт емеше. Экспозицияларҙа Волга-Урал төбәгендәге этногенез, йәғни халыҡтарҙың килеп сығышы тулы сағылыш тапҡан.

Раил Кузеев Башҡортостанда тотош фән үҫешендә тәрән эҙ ҡалдырған шәхес. Уның төп хеҙмәттәре башҡорт халҡының килеп сығышы һәм Волга-Урал төбәгендәге этногенез менән бәйле.

Гөлдәр Хилажева, тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан фәндәр академияһы стратегик тикшеренеүҙәр институты ғилми хеҙмәткәре: “Рәил Ғүмәр улы ялан экспедицияларына күп йөрөнө, башҡорт ауылдарында йәшәне. Халыҡтың бөтә йолаларының шаһиты булды. Хеҙмәттәрен дә шунда яҙҙы”.

Раил Кузеев Филлипов ҡурғандары ҡомартҡыларын өйрәнеүсе лә. Тап уның тырышлығы менән Сармат алтыны экспозицияһы Өфөлә, археология һәм этнология музейына урынлаштырыла.

Сармат алтыны коллекцияһында төп урынды боландар биләй. Был хайуандар боронғо күсмә халыҡ вәкилдәре өсөн изге тип иҫәпләнгән һәм сарматтарҙың төп тотемы булған.

Сарматтар Евразия киңлектәрендә йәшәүсе боронғо күсмә халыҡ. Ғалимдар, уларҙың ҡитғабыҙҙағы дөйөм этногенезға ҙур йоғонто яһауын билдәләй. Шуға ла экспозицияның әһәмиәте лә саф алтын менән генә баһаланмай. Тарбаҡ мөгөҙлө боландар халҡыбыҙҙың тәрән тарихи тамырҙарына матди дәлил булып тора.

Айбулат Аҡманов, Башҡортостан фәндәр академияһы вице-президенты: “Халҡыбыҙ беҙҙең эраға тиклем үк формалашҡан. Әле беҙ Евразияның алтын боландары залында торабыҙ. Улар ата-бабаларыбыҙҙың борноғолоғон күрһәтә. Бының менән эпосыбыҙ ҙа бәйле. Башҡорттарҙа беҙҙең эраға тиклем үк материаль культураһы булған”.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Раил Кузеевтың ысын мәғәнәһендә олуғ ғалим булыуын билдәләй. Ул бай ғилми мираҫ ҡалдырҙы. Йәш быуынға уларҙы өйрәнеү, Башҡортостанда этнография һәм тарих фәнен яңы үрҙәргә күтәреү юлдарын табырға ғына ҡала тип билдәләне осрашыуҙа ҡатнашыусылар.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Бөгөн күренекле ғалим, академик Раил Кузееевтың тыуыуына 90 йыл

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд