Башгидрометүҙәк ял көндәренә һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе

Башгидрометүҙәк ял көндәренә һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе https://bash.news/news/87797_bashgidrometk_yal_kndren_aua_torosho_turaynda_mlmt_bire
11 ғин 2019, 11:17

Алдағы көндәрҙә сатлама һыуыҡтар көтөлмәй. Башгидрометүҙәк белгестәре алдағы өс көнгә мәғлүмәт бирҙе.

Башгидрометүҙәк ял көндәренә һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе
Башгидрометүҙәк ял көндәренә һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, республикала ял көндәрендә һауа торошо үҙгәрмәйәсәк. Шәмбе, 12 ғинуарҙа, төндә һәм көндөҙ бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә.Төбәктең айырым райондарында буран сығыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ ун градус һалҡын, урыны менән 20 градусҡаса түбәнәйәсәк.

Бөгөн,11 ғинуарҙа, республикала болотло һауа торошо көтөлә. Урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ, көндөҙ еңелсә буран. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан секундына биш-ун метр тиҙлектә иҫәсәк.

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество