Башҡортостанда йәшәүсе ир архитектура һәйкәлен юҡ итеүҙә ғәйепләнә

Башҡортостанда йәшәүсе ир архитектура һәйкәлен юҡ итеүҙә ғәйепләнә https://bash.news/news/87802_bashortostanda_jshse_ir_arxitektura_jklen_yu_ite_jepln
11 ғин 2019, 12:17

Архитектура һәйкәлен юҡ итеү осрағы буйынса енәйәт эше судҡа тапшырыла. Ваҡиға Краснокама районында теркәлә.

Башҡортостанда йәшәүсе ир архитектура һәйкәлен юҡ итеүҙә ғәйепләнә
Башҡортостанда йәшәүсе ир архитектура һәйкәлен юҡ итеүҙә ғәйепләнә

Прокуратура хәбәр итеүенсә, 2017 йылда ғәйепләнеүсе Николо-Березовка ауылында 15 сутый ер биләмәһен һатып ала. Унда 19 –сы быуатта төҙөлгән, «Николо-Березовка архитектура комплексы»ның 26 объекты составына ингән бина була. Шуға ҡарамаҫтан, ғәйепләнеүсе, машинист яллап, экскаватор менән бинаны һүтә.

Бушаған биләмәгә бер ҡатлы йорт төҙөй. Объектты тергеҙеү эше хаҡы 3,6 млн һум тәшкил итә. Ғәйепләнеүсе килтерелгән зыян күләмен ҡапларға тейеш.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество