Өфөлә ерләү хеҙмәтен күрһәтеү өсөн хаҡ артты

Өфөлә ерләү хеҙмәтен күрһәтеү өсөн хаҡ артты https://bash.news/news/87809_fl_erl_xemten_krte_sn_xa_artty
11 ғин 2019, 14:31

Өфө ҡала хакимиәте ҡәбер ҡаҙыу өсөн хаҡты күтәрә. Тарифтар 29 декабрҙә арта. Тейешле документ Өфө ҡала хакимиәте сайтында баҫылып сыға.

Өфөлә ерләү хеҙмәтен күрһәтеү өсөн хаҡ артты
Өфөлә ерләү хеҙмәтен күрһәтеү өсөн хаҡ артты

Хәбәр итеүҙәренсә, ерләү хеҙмәте йәйге осорҙа - 5 160 һум, ә ҡышҡыһын- 5 760 һум тәшкил итәсәк. Был хеҙмәт менән «Махсус хеҙмәтләндереү комбинаты» учреждениеһы эшселәре шөғөлләнә.

Билдәләргә кәрәк, хеҙмәт өсөн хаҡ уҙған йылдың июль айында ҡаралғайны. Ул саҡта хаҡтар йәйге осорҙа- 4,3 мең һум , ҡышҡыһын- 4,8 мең тәшкил итте.

Спутник FM
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Банер уфимская волна