Башҡортостанда йәшәүсе ҡатындар законһыҙ рәүештә әсәлек капиталы аҡсаһын ҡуллана

Башҡортостанда йәшәүсе ҡатындар законһыҙ рәүештә әсәлек капиталы аҡсаһын ҡуллана https://bash.news/news/87817_bashortostanda_jshse_atyndar_zakony_resht_slek_kapitaly_asayn_ullana
11 ғин 2019, 15:30

Прокуратура ике ҡатындан 800 000 һум күләмендә аҡсаны ҡайтарыуға өлгәшә. Улар әсәлек капиталы аҡсаһын законһыҙ рәүештә ҡуллана.

Башҡортостанда йәшәүсе ҡатындар законһыҙ рәүештә әсәлек капиталы аҡсаһын ҡуллана
Башҡортостанда йәшәүсе ҡатындар законһыҙ рәүештә әсәлек капиталы аҡсаһын ҡуллана

22 йәшлек ҡыҙ Илеш районында ер биләмәһе һатып ала. Унан һуң, ул йорт төҙөлөшө өсөн әсәлек капиталын ҡулланыу маҡсатында Пенсия фондына мөрәжәғәт итә. Яҡынса 430 000 һум аҡсаны алғас, ул ер биләмәһен һата, ә аҡсаны башҡа маҡсатта ҡуллана. Шулай итеп, балиғ булмаған ике баланың хоҡуҡтары боҙола.

Ошондай уҡ осраҡ Өфөлә асыҡлана. 43 йәшлек ҡатын 417 мең һум аҡсаны башҡа маҡсатта ҡуллана. Прокуратура, күрһәтелгән суммаларҙы ҡайтарыуҙы һорап, судҡа мөрәжәғәт итә.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа