Прокурорҙар ярҙамы

Прокурорҙар ярҙамы https://bash.news/news/87839_prokurorar_yaramy
11 ғин 2019, 21:11

Һандар артында прокуратура системаһында эшләгән һөнәр эйәләренең тынғыһыҙ хеҙмәте, тырышлығы ята. Бөгөн Башҡортостан прокуратураһы 71 бүлексәне үҙ эсенә ала, уларҙа 900-гә яҡын хеҙмәткәр эшләй, төп состав оператив эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Прокурорҙар ярҙамын тойған кешеләр һәм был системала эшләүселәр тураһында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Булат Хәйритдинов был препаратты көнөнә өс тапҡыр ҡуллана. Тын ҡыҫылыу һәм күкрәк тәңгәлендәге ауыртыуҙы дарыу менән генә баҫырға мөмкин. Тын юлдары гипертензияһы йөрәк сиренең һөҙөмтәһе. Вадим Хәйритдиновҡа йөрәк өйәнәге диагнозы ҡуйылған, 2017 йылға тиклем ул бушлай дарыуҙар ала. Тик һуңынан был хоҡуҡтан мәхрүм ителә, Вадимға ҡыйбатлы препараттты үҙ аҡсаһына алырға тура килә. Ул яҡлау һорап прокуратураға мөрәжәғәт итә.

Булат Хәйретдинов, Өфө ҡалаһында йәшәүсе: “Мин дарыуҙарға 112 мең һум аҡса тотондом, прокуратура был сумманы кире ҡайтарырға ярҙам имтте, һаулыҡ һаҡлау министрлығы препаратҡа киткән сығымдарҙы тулыһынса ҡапланы”.

Прокуратура Вадим Хәйритдиновҡа аҡсаһын ҡайтарыуҙан тыш, бушлай дарыу менән яңынан тәьмин итә башларға ла ҡуша. Хоҡуҡ һағында тороусылар ярҙам күрһәткән ошондай осраҡтар бихисап. Мәҫәлән, Өфөнөң Октябрь районында бизмәнгә тиҫтәләрсә кешенең яҙмышы ҡуйыла. Район прокуратураһы Жуково урамындағы йортто авария хәлендәге тип таныуҙа булышлыҡ күрһәтә. Бында бер подъезда йшәүселәргә емереклектәр аҫтында ҡалыу ҡурҡынысы янай.

Кешеләрҙең яҙмышы, проблемаларҙың ваҡытында хәл ителеше, закондарҙың теүәл үтәлеше прокуратура системаһында эшләгән кешеләрҙең һөнәри оҫталығына бәйле. Прокурорҙар иңендә енәйәт эше ҡуҙғатылғандан алып суд ҡарары ҡабул ителгәнгә тиклем бар этаптарҙың ҡанундарға ярашлы барыуын тәьмин итеү бурысы ята. Ошо системала 12 йыл эшләгән Әлисә Сәйетгәрева әйтеүенсә, был һөнәр ваҡыт менән иҫәпләшмәүҙе талап итә. Ҡайһы берҙә тәүлек әйләнәһенә эшләргә тура килә. Шуға күрә ул һәр буш минутын ғаиләһенә бағышларға тырыша. Минең өсөн ял спорт, ти Әлисә.

Мәғфиә Шәрәфетдинова, Әлисәнең өләсәһе: “Ныҡ һәйбәт бала булды. Мин уны таҙа, тәртипле, бөтә эшеңде ваҡытында эшлә тип тәрбиәләнем. Барыһын да эшләне”.

Үҙ эшеңә яуаплы ҡараш, ғәҙел һәм намыҫлы хеҙмәт, туҡтауһыҙ камиллашыу. Прокуратура системаһында эшләү өсөн закондарҙы белеү генә етмәй, был һөнәр бар булмышың менән бирелеп эшләүҙе талап итә. сөнки тап ошо система хеҙмәткәрҙәре хоҡуҡтар һәм йәмәғтәселектең именлеге һағында тора.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Прокурорҙар ярҙамы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество