Республикала мал-тыуарҙы тамғалау дауам итә

Республикала мал-тыуарҙы тамғалау дауам итә https://bash.news/news/87840_respublikala_maltyuary_tamalau_dauam_it
11 ғин 2019, 21:16

Быға тиклем электрон чиптар ат-һыйырҙарға ғына баҫылһа, хәҙер был сара эт-бесәйҙәргә лә ҡағыла. Өфөләге ветеринария станцияһында ҡағиҙә күптән индерелгән, әммә һуңғы арала хужалар тарафынан да әүҙемлек артҡан. Белгестәр мәсьәләне ыңғай баһалай, сөнки электрон тамғалар йоғошло сирҙәрҙе күҙәтеүҙә тоторға һәм юғалған мал-хайуандарҙы эҙләп табырға ярҙам итә.

Баш ҡалала йәшәүсе Лиана Латипова этенә тамға һалырға алып килгән. 9 айлыҡ Леляның хужаһы был сараға күптән әҙер. Дүрт аяҡлы дуҫы уның өсөн бик ҡәҙерле һәм Леля юғалған осраҡта чип ярҙамында уны тиҙ генә табып буласаҡ.

Лиана Латипова, Өфө ҡалаһында йәшәүсе: “Был эт — помиран шпицы тоҡомонан. Уны күптән чипларға теләй инем, бөгөн ташламалы хаҡ булыуын ишеткәс күп уйлап тормай клиникаға юлландым. штрих-код этем юғала ҡалһ, эҙләп табырға ярҙам итер тип ышанам”.

Сит илдәрҙә эт-бесәйҙәрҙе чиплау сараһы күптән индерерлгән. Инъекцияның хайуандар өсөн зарары юҡ, киреһенсә, йоғошло сирҙәрҙән һаҡларға ярҙам итә.

Тамға һалынған малҡай - паспортлы. Документта эт-бесәйҙәрҙең ҡушаматы, йәше, вакцинация төрө яҙыла.

Розалия Мағашева, ветеринар: “Кәрәкле сара. Сөнки күптәр яратҡан хайуандарын үҙҙәре менән сит илгә алып сыға. Чип – йәнлектең паспорты”.

Республика малдарҙы идентификациялау буйынса илдең пилот проектында ҡатнаша. Әлегә бесәйҙәрҙе тамғалау мотлаҡ тигән закон ҡабул ителмәгән, әммә яҡын киләсәктә был үҙгәрештәр тотош Рәсәйҙә индереләсәк. Тамғалау өсөн һалым түләргә кәрәкмәйәсәк.

Дамир Хузин, Өфө ветеринария станцияһы етәксеһе: “Өфө буйлап бөтә йорт малын тамғалап сыҡтыҡ. Хәҙер эт, бесәйҙәргә күстек. Был эште мотлаҡ итергә теләйбеҙ”.

Эт-бесәйҙәрҙе тамғалау уртаса 500 һум тора. Бер чипланған малҡай - ғүмерлеккә паспортлы тигәнде аңлата. Белгестәр малдарҙы тамғаларға, идентификацияларға кәңәш итә, сөнки элеккесә таҫма тағып малды буяу - уҙған быуат ғәҙәте.

Автор: Флорида Ким.

Республикала мал-тыуарҙы тамғалау дауам итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа