Сибай ҡалаһында йәнә һауалағы көкөрт-водородының күберәк булыуы асыҡланған

Сибай ҡалаһында йәнә һауалағы көкөрт-водородының күберәк булыуы асыҡланған https://bash.news/news/87852_sibaj_alaynda_jn_aualay_kkrtvodorodyny_kberk_bulyuy_asylanan/?lang=bash
11 ғин 2019, 22:47

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 29 декабрҙән 9 ғинуарға тиклем арала төбәктәге һауа өлгөләренә 187 тикшереү үткәрелгән.

Һөҙөмтәлә алты өлгөнөң тейешле нормаларға тап килмәүе күҙәтелгән. Шуға ла ғәҙәттән тыш хәл комиссияһы ултырышында ҡалала юғары әҙерлек режимын 1 февралгә тиклем дауам итергә ҡарар ителгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йыл аҙағында Сибайҙа һауа бысраныуы теркәлде. Уның сәбәбен белгестәр ташландыҡ карьерҙағы химик реакция менән бәйләне.

Сибай ҡалаһында йәнә һауалағы көкөрт-водородының күберәк булыуы асыҡланған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста