11 көндә республика юлдарында 7 авария теркәлгән

11 көндә республика юлдарында 7 авария теркәлгән https://bash.news/news/87853_11_knd_respublika_yuldarynda_7_avariya_terklgn
11 ғин 2019, 22:48

Уларҙа 9 бала төрлө тән йәрәхәттәре алған. 9 ғинуарҙа Өфөнөң Богдан Хмельницкий һәм Азатлыҡ урамдары киҫелешендә машина аҫтында ҡалған ике бала ла иҫән. Әле улар урындағы дауаханала. Юл- транспорт ваҡиғаһы хаҡында тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ҡала урамындағы видеояҙманан асыҡ күренә. "Део Нексия" автомобиле юлды аша сыға башлаған ҡатын менән уның ике балаһын бәрҙерә. Улар капотҡа эләгеп бер нисә метрҙан һуң ергә барып төшә.

Бындай авариянан һуң сабыйҙарҙың иҫән ҡалыуы- мөғжизә. Дүртен тултырған Аня менән өс йәшлек Яна әле дауалау курсы үтә. Ул көндө Аняның тыуған көнө булған. Кинотеатрҙа әкиәт ҡарағандан һуң өйҙәренә ҡайтып етергә 50 метр тирәһе генә ҡалған... Ашығыс ярҙам машинаһы уларҙы 17-се ҡала балалар дауаханаһына килтергән. Әйткәндәй, клиника ла юл аша ғына.

Евгений Котриков, Өфөнөң 17-се балалар клиник дауаханаһы бүлеге мөдире: “Балаларҙы дауаханаға килтергәндә хәлдәре уртаса ауырлыҡта ине. Шаңҡыуҙан ныҡ ҡурҡҡандар ине. Беҙ уларҙың сәләмәтлеген тикшерҙек, баш-мейе йәрәхәте юҡ. Тәндәрендә күгәргән, бәрелгән урындары бар”.

Ҡыҙҙарҙың әсәһенең тәнендәге күктәр ҙә авария хаҡында хәтерләтә. Ул видеояҙмаға төшөүҙән баш тартты. Мөғжизә менән иҫән ҡалған балаларҙы дауахананан бер нисә көндән сығарасаҡтар. Юл ваҡиғаһында кем ғәйепле? Ваҡиға ентекле тикшереләсәк.

Артур Рамаҙанов, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының пропаганда төркөмө етәксеһе: “Дәүләт автоинспекцияһы тарафынан тикшереү һөҙөмтәһендә Нексия водителенең айыҡ булыуы билдәле. Ул Өфөлә йәшәүсе 21 йәшлек егет”.

Автомобилдең техник торошона баһа бирелә. Мәҫәлән, тормозы эшләгәнме, юҡмы. Хәйер, видеонан күренеүенсә, ҡатын менән балаларға яҡынлашҡанда транспорт тиҙлеген кәметкәнен абайларға була. Был видеояҙма хәлде асыҡлауҙа ҙур ярҙам буласаҡ. Сөнки кеше һаулығына ныҡлы зыян килгән осраҡта енәйәт эше асыла. Төп иғтибар - светофор сигналында.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

11 көндә республика юлдарында 7 авария теркәлгән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Банер уфимская волна