Үҙаллы аңлашыу мөмкинлеге

Үҙаллы аңлашыу мөмкинлеге https://bash.news/news/87854_ally_alashyu_mmkinlege
11 ғин 2019, 22:49

Республикала юл-транспорт ваҡиғаларын европротокол ярҙамында көйләү осраҡтары арта. Инспекторҙарҙы көтөп ваҡытты бушҡа үткәрмәү өсөн водителдәргә ҡулай был ысул. Әммә мөмкинлектәр бының менән генә сикләнмәй. Европротокол тултырыу өҫтөнлөктәре тураһында беҙҙең сайтта.

Артем өсөн иртәнге транспорт тығыны күңелһеҙ тамамланған. Машинаһы тайып китеп алда барған автомобилдең бамперын сыйған. Барыһы ла иҫән. Бәхәс юҡ, Артем үҙ ғәйебен таный. Ҡорос атҡа килгән зыянды автогражданлыҡ яуаплылығы страховкаһы ҡаплаясаҡ. Шуға Зәки Вәлиди, Цюрупа урамдары киҫелешендәге күңелһеҙ хәлде водителдәр европротокол ярҙамында көйләргә булған.

Артем Макунц, водитель: “Решили вызвать комиссара. Так как водитель признал вину”.

Элегерәк юл-транспорт ваҡиғаһына эләгеүселәр кәм тигәндә ярты көнөн инспекторҙарҙы көтөп үткәрә торғайны. Хәҙер хәл башҡасараҡ. Авария комиссарҙары күҙ асып йомғансы ваҡиға урынына килеп етә.

Булат Ғәлләмов, авария комиссары: “Аварияға 10 минут эсендәә барып етәбеҙ. Оформление 20 минут талап итә”.

Европротокол нигеҙендә килешеүҙе полиция хеҙмәткәрҙәре лә хуплай. Ваҡ юл-транспорт ваҡиғалары өсөн былай ҙа етешмәгән экипаждарҙың көсөн сарыф итеү бик һөҙөмтәле сара түгел. Европротокол закон менән нығытылған, уны ттултырыу шарттары аныҡ билдәләнгән.

Линар Зиннуров, ЮХХДИ идаралығының пропаганда бүлеге хеҙмәткәре: “Европротокол төҙөр өсөн тәү сиратта аварияла булған водителдәр риза булырға тейеш. Икенсенән, автомобилдәр страховкаланған булырға тейеш. Өсөнсөнән бер кем дә сәләмәтлектәренә зыян алырға тейеш түгел”.

Автогражданлыҡ яуаплылығын страховкалаусы ойошмалар ҙа европротокол нигеҙендә эшләүгә күнегеп бара. Ваҡиға урынында үҙаллы тултырылған анкеталар, хатаһы булған хәлдә лә бер ҡыйынлыҡһыҙ ҡабул ителә. Улар буйынса түләүҙәр ҙә тотҡарлыҡһыҙ башҡарыла. Тик зыян күләме 100 мең һумды артып китмәҫкә тейеш. Европротокол авария фоторәсемдәре менән тулыландырылһа тағы ла яҡшыраҡ. Страховка компанияһы вәкилдәре ваҡ юл-транспорт ваҡиғаһын теркәү өсөн хатта комиссарҙарҙың хеҙмәте лә талап ителмәй тигән ҡарашта. Анкетала ике водителдең дә мәғлүмәттәре, ҡултамғаһы һәм ғәйепленең хатаһын таныуы мотлаҡ.

Авариялағы матди зыян күләме 100 меңде ашып китә тип шикләнгән хәлдә лә европротокол төҙөргә мөмкин. Әммә был осраҡта уны юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында теркәү мөһим. Әлбиттә, ваҡиға урынын фотоға төшөрөргә лә онотмағыҙ. Һуңынан инде барлыҡ рәсми белешмәләрҙе йыйып страховкалау компанияһына мөрәжәғәт итергә ҡала. Бының өсөн хатта 5 тәүлек самаһы өсөн ваҡыт бирелә.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Үҙаллы аңлашыу мөмкинлеге

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа