Сирҙе ваҡытында ауыҙлыҡлау мөмкинлеген биргән мәғлүмәт аппараты

Сирҙе ваҡытында ауыҙлыҡлау мөмкинлеген биргән мәғлүмәт аппараты https://bash.news/news/87855_sire_vaytynda_auylylau_mmkinlegen_birgn_mlmt_apparaty
11 ғин 2019, 22:50

Өфө ҡала клиник дауаханаһының Дим биҫтәһе поликлиникаһына яңы ҡоролма ҡуйылды. Бында килгән һәр пациент диагностик һораулама үтә ала. Был мөмкинлек ниндәй ауырыу барлығын асыҡларға ярҙам итә. Әлегә яңылыҡ ил буйынса тик республикала ғына тормошҡа ашырыла.

Мәғлүмәт аппаратының файҙаланыуға тапшырылыуына ни бары ике көн. Әле халыҡ яңы саҡ өйрәнеп кенә тора. Ҡайҙа баҫырға, ниндәй мөмкинлектәр биреүен медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре өйрәтә. Гөлнара Ғәйнетдинова яңы ҡоролманы тәүге үҙләштереүселәрҙең береһе. Ваҡытты алмауын, аппараттың уңайлылығын ул шунда уҡ билдәләне.

Гөлнара Ғәйнетдинова, пациент: “Минең фекеремсә, был ҡоролма үҙ һөҙөмтәһен бирер тип уйлайым. Ярай, йәштәр өсөн өйрәнеү тиҙ бирелһә лә, ололар өсөн әлегә бер аҙ ҡатмарлыҡтар бар. Шулай ҙа хеҙмәткәрҙәр ярҙам итә”.

Яңы ҡоролма ике яҡ өсөн дә отошло булмаҡсы, ти поликлиника етәкселеге. Ул пациенттар ағымын көйләп кенә ҡалмай, табипҡа күренеп сығыу ваҡытын да ҡыҫҡарта.

Рәмил Илтенбаев, Өфө ҡала клиник дауаханаһы Дим биҫтәһе поликлиникаһының участка терапевты: “Табиптарға ауырыуҙарҙы ҡабул итеү еңелләшә”.

Шулай уҡ ауырыуҙы ваҡытында билдәләп үҙ мәлендә дауалау йәһәтенән дә отошло. Сөнки мәғлүмәт аппаратында бар кәрәкле һорауҙарға әҙер яуап бирелгән. Иң һуңында нимәгә өҫтөнлөк биреп, ниндәй белгескә мөрәжәғәт итергә кәрәклеген дә белергә була.

Мәғлүмәт аппараты республикала ғына түгел, ә тотош ил кимәлендә берҙән-бер һанала. Әлегә Өфө ҡала клиник дауаханаһының Дим биҫтәһе поликлиникаһында һынау үтә. Әгәр ҙә проект үҙен аҡлаһа, ул башҡа медицина учреждениеларына тәҡдим ителәсәк.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Сирҙе ваҡытында ауыҙлыҡлау мөмкинлеген биргән мәғлүмәт аппараты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа