Балтас районы Йәнтимер ауылы халҡы үҙ ҡулдары менән ҡышҡы күңел асыу паркы төҙөгән

Балтас районы Йәнтимер ауылы халҡы үҙ ҡулдары менән ҡышҡы күңел асыу паркы төҙөгән https://bash.news/news/87856_baltas_rajony_jntimer_auyly_xaly_uldary_menn_yshy_kel_asyu_parky_tgn
11 ғин 2019, 22:51

Бының өсөн уларға күп көс түгеү талап ителмәгән. Тәү сиратта зирәклек, берҙәмлек һәм тыуған төйәк тәбиғәте ярҙамға килгән. Ауыл эргәһендәге биләмә урындағы халыҡтың яратҡан ял итеү урындарының береһенә әйләнгән. Ҙур булмаған быуа үҙенең бейек яры менән күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә.

Йәнтимерҙә йәшәүселәр тырышлығы менән Яңы йыл каникулдары ваҡытында тауҙан шыуыу өсөн төрлө ҙурлыҡтағы өс һырғалаҡ барлыҡҡа килгән. Ошонда уҡ конькиҙа шыуырға, саңғы йөрөргә, шулай уҡ әүһәләктә бәүелергә, хатта шешлек ҡыҙҙырырға мөмкин. Боҙ өҫтөндә балыҡ тоторға яратыусыларға ла айырым урын булдырылған.

Петр Абдулов, Йәнтимер ауылында йәшәүсе: “Ял иткән кешеләр үҙҙәре таҙарта. Инструменттар ята, бер кем дә теймәй”.

Былтыр йәй Йәнтимер ауылы үҙенең юбилейын билдәләгән. Сарала бер төркөм кешеләр байрам кәйефен ҡыш көндәренә лә еткереү бурысын ҡуя. Шыршыны биҙәү өсөн яҡтыртыу ҡоролмалары Мәскәүҙән һатып алына, хәҙер бында ял итергә йәше лә, ҡарты ла теләп килә. Үҙенсәлекле кемпинг Балтас районының башҡа ауылындарында йәшәүселәрҙең дә күңеленә хуш килгән.

Автор: Илдар Байбулатов.

Балтас районы Йәнтимер ауылы халҡы үҙ ҡулдары менән ҡышҡы күңел асыу паркы төҙөгән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество