Учалы районы йәнә мәргән уҡсыларҙы бер майҙанға йыйҙы

Учалы районы йәнә мәргән уҡсыларҙы бер майҙанға йыйҙы https://bash.news/news/87857_uchaly_rajony_jn_mrgn_usylary_ber_majana_jyjy
11 ғин 2019, 22:52

Был юлы ла турнирға республика район-ҡалаларынан тыш, күрше төбәктәрҙән килеүселәр ҙә күп булды. Бәйге талаптарына ярашлы, һәр ҡатнашыусы милли кейемдә сығыш яһаны. Барлығы 12 команда мәргәнлектә көс һынашты.

Рәйес Низаметдинов, "10 мәргән" турнирын ойоштороусы: “Һәр командала 4 кеше, мотлаҡ бер ҡатын булырға тейеш. Ҡатнашыусылар географияһы киң”.

Традицион милли уҡтан атыу буйынса ярыштан ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ситтә ҡалманы. Турнир өс тиҫтә сая ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштерҙе. Шәхси беренселек буйынса улар алты этапта көс һынашты. Ярыш "10 мәргән" исеме аҫтында ойошторолдо. Бығ бәйле, иң яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән 10 уҡсы билдәләнде. Улар аҡсалата приздарға лайыҡ булды. Әйткәндәй, уҡсылар хәрәкәте республикала һуңғы йылдарҙа ныҡ әүҙемләшә. Үҫеп килеүсе быуын араһында ла ҡыҙыҡһыныу арта.

Сынбулат Юлбирҙин, "Бөрйән - 1" уҡсылар командаһы етәксеһе: “Үҙем тренермын. Балалар ҙа, ололар ҙа шөғөлләнә”.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Учалы районы йәнә мәргән уҡсыларҙы бер майҙанға йыйҙы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд