Магнитогорск ҡалаһының Халыҡтар дуҫлығы йортонда төрлө милли үҙәктәр уңышлы эшләп килә

Магнитогорск ҡалаһының Халыҡтар дуҫлығы йортонда төрлө милли үҙәктәр уңышлы эшләп килә https://bash.news/news/87858_magnitogorsk_alayny_xalytar_dulyy_jortonda_trl_milli_ktr_uyshly_eshlp_kil/?lang=bash
11 ғин 2019, 22:54

15 мең самаһы башҡорт йәшәгән төбәктә милләттәштәребеҙ бейеү, ҡурай, вокал ансамблдәренә теләп йөрөй, сит өлкәлә үҙҙәренең мәҙәниәтен онотмай. Декабрь аҙағында "Йәшлек" халыҡ бейеү ансамбле үҙенең 35 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

Бер нисә быуын бейеүселәр тәрбиәләгән, сығыштары менән һәр тамашасыны әсир иткән коллективты Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сания Ғайсина етәкләй. 1983 йылда ойошторолған ансамблдең төп маҡсаты - башҡорт милли бейеү сәнғәтен пропагандалау һәм үҫтереү, һәләтле йәштәрҙе асыҡлау, халыҡ бейеүҙәренә уларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттырыу.

Сания Ғайсина, "Йәшлек" халыҡ бейеү ансамбле етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре: “Халыҡ көтөп тора. Реклама биргәс тә халыҡ йыйыла”.

Зөлфирә Саниева, Магнитогорск ҡалаһы халыҡтар дуҫлығы йортоноң башҡорт мәҙәниәте бүлеге мөдире: “Көслө алты пар бейей. Балалар ансамбле бар. Йәштәр ихлас йөрөй”.

"Йәшлек" халыҡ бейеү ансамбле Рәсәй һәм халыҡ-ара фестивалдәр еңеүсеһе. Коллективты 35 йыллыҡ юбилейы менән тәбрикләргә ҡунаҡтар төрлө тарафтарҙан килде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән Хәлил Рәхмәтуллин сығыш яһаны. Ул ансамблгә изге теләктәрен еткереп, милли кейемдәр тектереүгә 50 мең һумлыҡ сертификат бүләк итте.

Хәлил Рәхмәтуллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы: “Региондарҙа эшләүе ҡыйыныраҡ. Уларға ҙур көс төшә”.

Автор: Илдар Байбулатов.

Магнитогорск ҡалаһының Халыҡтар дуҫлығы йортонда төрлө милли үҙәктәр уңышлы эшләп килә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста