Уйынлы-ысынлы төрттөрөү

Уйынлы-ысынлы төрттөрөү https://bash.news/news/87876_ujynlyysynly_trttr

Башҡортостан етәксеһе социаль селтәрҙәр аша Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафинға мөрәжәғәт итте. Быға урамда күпләп ҡар яуыуы һәм ел сығыуы сәбәпсе булған. Шулай уҡ Радий Хәбиров эш кабинеты тәҙрәһенән төшөргән фото һәм видеояҙма менән дә уртаҡлашҡан.

– Башҡорт ҡышы һәм ҡарынан да матурыраҡ бер ни юҡ... Өлфәт Мансур улы ла шулай уйлайҙыр, тип яҙған республика етәксеһе. Баш ҡала хакимиәте башлығы яуапты оҙаҡ көттөрмәне. Ул шул уҡ соцаль селтәрҙәрҙә коммуналь хеҙмәттәрҙең көсөргәнешле эш режимы күсерелеүен билдәләне.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Өфөлә урыны менән көслө ҡар яуыуы, талғын ел иҫеүе күҙәтелә, алыҫ юл күренмәй. Айырым участкаларҙа боҙлауыҡ хасил булды. Баш ҡала урамдарына барлығы 304 берәмек коммуналь махсус техника һәм 200-ҙән ашыу юл хеҙмәткәре сыҡты. Ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыуға 850 кеше йәлеп ителде.

Марсель Байдәүләтов, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе: “Әлеге ваҡытта 304 берәмек техника эшләй. Улар араһында 212 юл хеҙмәткәрҙәре, ихаталарҙа 850 урам һепереүсе эшләй. Ял көнө булыуына ҡарамаҫтан, идара итеүсе компаниялар хеҙмәткәрҙәре эшкә ҡушылды”.

Юлдарҙа авариялар һанының арта барыуын иҫәпкә алып инспекторҙар водителдәрҙе иғтибарлы булырға саҡыра. Улар тиҙлекте арттырмаҫҡа, башҡа машиналар менән хәүефһеҙ араны һаҡларға кәңәш итә. Бәләгә тарыған осраҡта ҡотҡарыусыларҙы 112 берҙәм телефон һанына шылтыратып саҡырырға була. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының берҙәм ышаныс телефоны - 233- 99 -99.

Линар Зиннуров, ЮХХДИ идаралығының пропаганда бүлеге хеҙмәткәре: “Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы юл хәрәкәте ҡаиғҙәләрен үтәргә, дистанция тоторға, тиҙлекте арттырмаҫҡа саҡыра. Кәрәге булмаған саҡта руль артына ултырмау хәйерле”.

Автор: Илдар Байбулатов.

Уйынлы-ысынлы төрттөрөү

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA