Осаго полисының тарифы үҙгәрә

Осаго полисының тарифы үҙгәрә https://bash.news/news/87879_osago_polisyny_tarify_gr
12 ғин 2019, 21:33

Хәҙер аварияһыҙ йөрөгән тәжрибәле водителдәр хаҡты аҙыраҡ түләйсәк. Бынан тыш 1 июндән финанс йәки страховка омбудсмендары эшләй башлай. Сөнки юл фажиғәләренән һуң күрелгән зыян өсөн аҡса алыу процесы оҙаҡҡа һуҙыла, суд тупһаһын ярты йыл тирәһе тапарға тура килә. Ә яңы система аҡсаны тиҙ арала күсерергә булышлыҡ итәсәк, тимәк водителгә үҙенең транспорт сараһын тиҙерәк ремонтлап алыу мөмкинлеге тыуа.

1 октябрҙән страховка полистарына махсус код, номер ҡуйыла, был ялған документтарҙы бөтөрөү маҡсатында эшләнә. Ул электрон форматта буласаҡ, инспекторҙар уны урында уҡ тикшерә ала. 18 октябрҙән йәйәүлеләр буйынса ла яңы закон үҙ көсөнә инергә тейеш, әле был проект Дәүләт Думаһында тәүге уҡыуҙа ҡаралған.

Әлегә тиклем үҙ ғәйебе менән, йәғни юл ҡағиҙәһен боҙоп фажиғәгә осраған йәйәүлеләр штраф түләргә тейеш булһа, хәҙер был ҡанунға үҙгәреш индерелә. Йәйәүле тән йәрәхәте алған, йә мәрхүм булған осраҡта ул матди зыянды ҡапламай. Элек бындай осраҡта аҡсаны түләү бурысы зыян күреүселәргә, йә мәрхүмдәрҙең вариҫтарына күсә торғайны. Осаго буйынса законға өҫтәмәләр 9 инуарҙан үҙ көсөнә инде, уға ярашлы тарифтар үҙгәрә.

Зариф Байғусҡаров, Дәүләт Думаһы депутаты: “Тарифный коридор” тип атала. Элек ул 3 400 һумдан алып 4 100 тиклем булһа, хәҙер был коридор 2 700-ҙән 4 мең 900-ға хәтлем. Был нимәне аңлата: яңы йөрөгән йәш кешеләр, ДТПүға эләккән водителдәр күберәк түләй, тәжрибәле водителдәр әҙерәк түләй”.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Осаго полисының тарифы үҙгәрә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Когда отремонтирую ваш подъезд