Төҙөкләндерелгән объекттар

Төҙөкләндерелгән объекттар https://bash.news/news/87880_tklnderelgn_obekttar
12 ғин 2019, 21:33

Күгәрсен районы Йомағужа ауылында капиталь ремонттан һуң 250 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы асылды. Урындағы халыҡ өсөн был күптән көтөп алынған ваҡиға. Мәктәпкәсә учреждение хәҙер барлыҡ заман талаптарына яуап бирә. Бынан тыш, районда Волостновка ауылы мәктәбе лә төҙөкләндерелгән.

Балалар баҡсаһын танырлыҡ та түгел, эске һәм тышҡы яҡтан биҙәкләү эштәре башҡарылған, майҙаны буйынса ла ул хәҙер киңерәк. Заманса йыһазландырылған бинала кескәйҙәр тәүге концерт ойошторҙо, төҙөүселәргә шиғырҙары, йырҙары аша рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Мәктәпкәсә учреждениеның тырыш һәм берҙәм коллективы ла яңы үҙгәрештәрҙе һөйөнөп ҡабул иткән.

Светлана Ейәнбаева, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе: “Капиталь ремонттан һуң яратҡан баҡсабыҙға эшкә сыҡтыҡ. Мин башҡорт төркөмөндә эшләйем. Был төркөмгә өс урыҫ балаһы теләп килде".

"Ҡояшҡай" балалар баҡсаһы бинаһына 1988 йылда нигеҙ һалынған була. Утыҙ йыл эсендә бында тәүге тапҡыр капиталь ремонт ойошторола, тәҙрә, ишектәр яңыртыла, мебель һатып алына. Балаларҙы ижади яҡтан үҫтереү өсөн хәҙер бөтә шарттар тыуҙырылған. Кескәйҙәр робототехника серҙәренә лә төшөнә башлаған. Милли уйындарға ла ғашиҡтар. Йомағужа ауылында биш мең кеше йәшәүен иҫәпкә алғанда, заманса мәктәпкәсә учреждениеның сафҡа индерелеүенә ихтыяж юғары була.

Быйыл көҙ Күгәрсен районында тағы ла бер балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Воскресенское ауылындағы объект республиканың йөҙ йыллығы уңайынан күтәртелә, 35 урынға иҫәпләнгән. Төҙөлөш майҙаны 525 квадрат метр тәшкил итәсәк. Волостновка ауылы халҡы өсөн дә һөйөнөслө ваҡиға булып үтте. Капиталь ремонттан һуң төп дөйөм белем биреү мәктәбе үҙ ишектәрен асты. Бинала төҙөкләндереү эштәре ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡарылған, подрядсы ойошма өс ай эсендә объектты файҙаланыуға тапшыра.

Салауат Кинйәбулатов, төҙөлөш компанияһы директоры урынбаҫары: “15 декабрҙә эште бөттөк. Күп әйбергә ремонт эшләнде”.

Уҡытыусылар ҙа, балалар ҙа яңы уңайлыҡтарға һөйөнөсөн белдерҙе. Йөҙҙәренән йылмайыу китмәй. Был аңлашыла, яңы компьютер залы, ижад бүлмәһе булдырыла. Кабинеттар ҙа йылы һәм иркен. Уҡыусыларға тырышып уҡырға ғына ҡала

Рәсимә Варнавская, Волостновка ауылының төп дөйөм белем биреү мәктәбе директоры: “Төҙөүселәр беҙгә оло бүләк эшләнеләр. Уларға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ”.

Спорт залында уҡыусылар волейбол, баскетбол буйынса ярыштар уҙғара башлаған. Сәләмәт тормош яҡлылар еңел атлетика, ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса ла район кимәлендә алдынғылыҡты бирмәй. Мәктәптә буласаҡ чемпиондар тәрбиәләнә, улар физик яҡтан сынығыу менән бер рәттән уҡыуҙа ла һынатмай. Капиталь ремонт ойошторолғандан һуң егет-ҡыҙҙарҙа белем тауын яулауға сәм дә арта.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Төҙөкләндерелгән объекттар

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров