Ауыл кешеһенә-килем, ҡала халыҡына-сифатлы продукция

Ауыл кешеһенә-килем, ҡала халыҡына-сифатлы продукция https://bash.news/news/87882_auyl_kesheenkilem_ala_xalyynasifatly_produkciya
12 ғин 2019, 21:35

Бөгөн Өфөнөң барлыҡ майҙандарында ла ит йәрминкәләре эшләне. Спорт һарайы алдындағы майҙан һатыусыларҙың да, һатып алыусыларҙың да яратҡан урыны, бөгөн бында айырыуса йәнле. Йәрминкәлә төрлө райондарҙан килгән йүнселдәрҙе күрергә мөмкин.

Айырыуса яҡын райондарҙан күп. Берәүҙәр үҙ ҡураһында үҫтергә мал, ҡош итен, икенселәре күрше-тирәһе, ауылдаштарыныҡын да бер юлы алып килгән. Һатыусылар күберәк һыйыр, ҡош ите тәҡдим итә. Әммә йылҡы, сусҡа, ҡуян ите лә бар. Хаҡтар төрлөсә, 200-ҙән башлап 450-гә тиклем.

Дилә Рәхмәтуллина, һатыусы: “Бөтә кеше лә был эш менән шөғөлләнә алмай. Ауылдарҙа махсус беҙҙең өсөн мал үҫтергән кешеләр бар. Беҙ уларҙан һатып алып бында килтерәбеҙ. Ҡабырғалар – 280, күкрәк – 320, ҡанаттары – 320 һум”.

Гөлнара Сәлмәнова, һатыусы: “күркә ите 400-ҙән, ҡуян ите 450-нән. Тауыҡтар 200-250 һумдан алып һатабыҙ. Ҡош-ҡортто ашатыуы ҡиммәт. Даими һатып алыусыларым бар”.

Һатып алыусыларҙың да фекере айырыла. Берәүҙәр хаҡтарҙы арзан, икенселәре ҡиммәт тип иҫәпләй. Шулай булһа ла бөтәһе лә ауыл хужалығы продукцияһын йәрминкәләрҙә алыу яҡлы. Сөнки тап ошондай майҙандарҙа сифатлы, экологик яҡтан таҙа продукцияны алырға мөмкин.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Ауыл кешеһенә-килем, ҡала халыҡына-сифатлы продукция

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд