Мостай Кәрим әҫәрҙәре

Мостай Кәрим әҫәрҙәре https://bash.news/news/87884_mostaj_krim_rre_bxet_turaynda_shiyrar_jyjyntyyn_bajytty
12 ғин 2019, 21:36

Смоленскиҙан Юрий Москалев яңы китабында Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең билдәле авторҙары ижады менән таныштыра. Унда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ике шиғыры индерелә, улар араһында Рәсүл Ғамзатовҡа арналғаны "Саҡырмағыҙ, тауҙар" ҙа бар.

Йыйынтыҡ авторы шиғриәттә бәхет төшөнсәһенә иғтибарҙы йүнәлтә. Юрий Москалев китап туйын илдең башҡа ҡалаларында, шул иҫәптән Санкт-Петербург, Тамбов, Петрозаводскиҙа ла уҙғарырға йыйына. Йыйынтыҡ 700 данала сығарылған, уларҙың береһе Башҡортостандың милли музейына тапшырылды.

Юрий Москалев, китап авторы: “Башҡортостан тиһәләр, шунда уҡ күҙ алдына Мостай Кәрим килеп баҫа. Илдә шиғриәт үҫешенә тос өлөш индергән шәхес ул. Уның бай ижадын урап үтә алманым. Халҡына һоҡланғыс юлдар ҡалдырған”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Мостай Кәрим әҫәрҙәре

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд