Яңы йылдың тәүге эш аҙнаһын Баймаҡ районының Мерәҫ ауылы халҡы өсөн күңелле башланы

Яңы йылдың тәүге эш аҙнаһын Баймаҡ районының Мерәҫ ауылы халҡы өсөн күңелле башланы https://bash.news/news/87886_yay_jyldy_tge_esh_anayn_bajma_rajonyny_mer_auyly_xaly_sn_kelle_bashlany
12 ғин 2019, 21:38

Ошо ауылда йәшәүсе, төрки халыҡтарының билдәле ылаҡ уйынында ҡатнашыусы Зәбир Рәхмәтуллин үҙенең алтын юбилейы уңайынан Ылаҡ тартыш, Күк бүре, ат сабышы, уҡ атыш уйындарын ойошторҙо. Сарала райондың Күсей, Татлыбай, Дружба, Ҡуянтау, Мерәҫ ауылдары командалары ҡатнашты.

Зәбир Зәкир һәм Әсҡәпъямал Рәхмәтуллиндарҙың ишле ғаиләһендә һигеҙенсе бала булып донъяға килә. Бала саҡтан ат йәнле,эшһөйәр егет,ауыл хужалығы техникумын тамамлап,әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас уға ҡайҙа барырға тигән һорау тормай. Аттарға булған һөйөүе, ауыл хужалғына тартылыуы Зәбир Зәкир улына тик ауылда йәшәргә тигән маҡсат ҡуя.

Фирғәт Рәхмәтуллин: “Бала саҡтан ярыштарҙа йөрөнө. Үҫкәс үҙ теләге менән ылаҡҡа барҙы”.

Зәбир Рәхмәтуллин, сараны ойоштороусы: “Мине ҡыуандырып уйынға килгәндәре өсөн рәхмәт. Һаулыҡ, бәхет теләйем”.

Зәбир Рәхмәтуллин райондың “Ылаҡ” ярышы командаһында бына инде өс йыл алыштырғыһыҙ һөжүмсе, улы Вәлиулла был командала оҫта һаҡсы булып йөрөй.Улар ике тапҡыр Кырғыҙыстанға, Бөтә донъя “Ылаҡ” ярыштарына барып призлы урындар яулап ҡайтты.

Бала саҡтан һабантуйҙарҙан,төрлө ат ярыштарынан ҡалмай тик алдынғы урындарҙы алып йөрөй Зәбир Рәхмәтуллин,ошо мал йәнле булыуы уны тағыла, хәзер инде онотола башлаған атҡа эйәр эшләү,дуға бөгөү,арба‐саналар яһау шөғөлө менән булышыуға алып килә.

Таңсулпан Хафизова, Мерәҫ ауылы биләмәһе башлығы: “Зәбиргә байрамды ойошторғаны өсөн рәхмәт. Ярыштар үтеп торһон”.

Ошолай матур сара Ылаҡ,Күк бүре ярыштарын ауыл ерендә ойоштороу Зәбир Зәкир улының күптәнге хыялы була.Туғандары ла уның был теләген дәррәү күтәреп ала, Мерәҫ ауылы хакимиәтелә ситтә ҡалмай. Айырыуса уның юбиляр булыуын иҫәпкә алып хыялын тормошҡа ашыралар. Тышта һалҡынса, буран булыуға ҡарамаҫтан, сара бик ойошҡан үтте, барлык командалар ҙа матур уйын күрһәтте. Уның һөҙөмтәһе буйынса призға һалынған ике һарык малы Ылакта еңгән Күсейҙәргә һәм Күк бүре ярышында енгән командаларға тапшырылды.

Автор: Раушания Рәхимова.

Яңы йылдың тәүге эш аҙнаһын Баймаҡ районының Мерәҫ ауылы халҡы өсөн күңелле башланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество