Радий Хәбиров Учалыла теркәлгән фажиғәгә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе

Радий Хәбиров Учалыла теркәлгән фажиғәгә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе https://bash.news/news/87931_radij_xbirov_uchalyla_terklgn_fazhig_arata_fekeren_beldere
14 ғин 2019, 10:35

Башҡортостандың Хөкүмәт Йортонда Радий Хәбиров ҡатнашлығында яңы йылдың тәүге оператив кәңәшмәһе үтә. Етәкселәр үҙ ведомстволары буйынса уҙған ял көндәренә йомғаҡ яһай. Төбәк Башлығы, тәү сиратта, Учалыла теркәлгән фажиғәгә туҡталды.

Радий Хәбиров Учалыла теркәлгән фажиғәгә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе
Радий Хәбиров Учалыла теркәлгән фажиғәгә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 35 йәшлек Артур Ибраһимов, ҡәйнәһе менән талашҡандан һуң, ҡатынын, ике күршеһен һәм үҙен атып үлтерә. Зыян күреүсе тағы ла бер ир ауыр хәлдә дауаханала ята.

Радий Хәбиров фекеренсә, ваҡиғаның төп сәбәбе-алкоголь. Республика халҡы әлегә тиклем байрам режимынан сыҡмаған, был фажиғәгә килтерә.

Кисә Учалы ҡалаһында бер нисә кешене үлтереү осрағы теркәлде. Был кешеләрҙең оҙайлы ваҡыт дауамында өйҙә ултырып, спиртлы эсемлектәр ҡулланыу һөҙөмтәһе. Мин белеүемсә, енәйәт иҫерек килеш башҡарылған.

Радий Хәбиров

Етәксе билдәләүенсә, республикала алкоголгә бәйле хәл насарайған. Радий Хәбиров, 2018 йылда республикала алкоголь эсемлектәрҙән ағыуланып үлеүселәр һаны артыуы буйынса статистик материалдар ала. Төбәк Башлығы тейешле ведомстволарға был проблемаға ныҡлап тотоноуҙо талап итте.

Бынан тыш, ул төбәктә кадрҙар үҙгәрешен хәбәр итте. Фәрхәд Самедов яғыулыҡ-энергетика комплексы һорауҙары буйынса Республика Башлығы кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнә. Уның урынын Роман Симандуев биләй. Социаль-иҡтисади үҫеш мониторингы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһын ваҡытлы башҡарыусы итеп Денис Булатов тәғәйенләнә.

Спутник FM
Новости партнеров
GAUGA