Өфөлә ЮХХДИ хеҙмәткәре ришүәт алыуҙа ғәйепләнә

Өфөлә ЮХХДИ хеҙмәткәре ришүәт алыуҙа ғәйепләнә https://bash.news/news/87961_fl_yuxxdi_xemtkre_risht_alyua_jepln
14 ғин 2019, 16:29

Башҡалала 35 йәшлек ЮХХДИ хеҙмәткәренә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ул ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.

Өфөлә ЮХХДИ хеҙмәткәре ришүәт алыуҙа ғәйепләнә
Өфөлә ЮХХДИ хеҙмәткәре ришүәт алыуҙа ғәйепләнә

Республиканың Тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, уҙған йылдың декабрь айында инспектор автомобилде туҡтата. Документтарҙы тикшереү барышында, полиция хеҙмәткәре водителгә алкоголь эсемлек ҡулланыу буйынса медицина тикшереүе үтергә тәҡдим итә. Автоһәүәҫкәр баш тарта.Шул саҡта, тикшереүҙән азат итеү өсөн, инспектор 30 000 һум күләмендә аҡса һорай.

Ир ризалаша, тик аҡсаны тапшырыу алдынан был хаҡта Эске эштәр министрлығының ышаныс телефонына хәбәр итә. Һөҙөмтәлә, инспектор ҡулға алына. Уның автомобилендә аҡса табыла.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество