Вәхшилек

Вәхшилек https://bash.news/news/87983_vxshilek
14 ғин 2019, 22:15

Бөгөн Учалы районында 13 ғинуар иртәһендә теркәлгән фажиғә ҡорбандары Гөлсиә Хилажева менән полиция майоры Рәфис Нурмөхәмәтов менән хушлаштылар. Ҡот осҡос енәйәт Учалы ауылында теркәлде. Төнө буйы күңел асыу урынында йөрөп ҡайтҡан ир ҡатыны менән бәхәсләшкәндән һуң ҡулына һунар мылтығы ала. Ярҙам һорап күршеләренә йүгергән ҡатыны эҙенән сығып ул ауылдаштарының ғүмерен ҡыя.

Фажиғәнең бер ғәйепһеҙ ҡорбаны Гөлсиә Хилажева менән хушлашыу Учалы филармонияһында үтте. Халыҡ араһында ул Учалы һандуғасы исеме менән танылып өлгөргән һәләтле башҡарыусы. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ойошторған "Башҡорт йыры" конкурсы лауреаты.

Учалы филармонияһы фойеһы сәхнә йондоҙо менән хушлашырға теләүселәрҙең барыһын да һыйҙыра алманы. Халыҡ яратҡан йырсыһына һөйөүен белдерергә ашыҡты.

Учалы ауылында полиция майоры Рәфис Нурмөхәмәтовты һуңғы юлға оҙаттылар. Ҡоторған ире Гөлсиә Хилажеваның ғүмерен ҡыйғандан һуң бисара ҡатын тәртип һаҡлау хеҙмәткәренең йортонда һыйыныу эҙләй. Ир яраланған ҡатынды өйөндә йәшерә. Әммә енәйәттә ғәйепләнеүсе тәҙрәне ватып эскә үтеп инә һәм йорт хужаһын үлемесле яралай.

Ҡан ҡойошто ойошторған әҙәм ҡорбанын буш торған йорттарҙың береһендә ҡыуып етә.Ҡатынын һәләк иткәндән һуң үҙенең дә ғүмерен ҡыя.

Вәхши ирҙең тағы ла бер ут күршеһе Гөлсиә Хилажеваның тормош иптәше әле дауаханала. Табиптар уның ғүмере өсөн көрәш алып бара.

Арыҫлан Фәйзуллин, Учалы үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары: “Пациент прооперирован, находится в отделении реанимациив крайне тяжелом состоянии”.

Учалылағы фажиғәлә балалар етем ҡалды. Бөгөн урындағы хакимиәттә уларҙың яҙмышын хәл итеү һәм зыян күргән ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү буйынса кәңәшмә үтте.

Эльвира Айытҡолова, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары: “Бөгөн бик ҡайғылы көн. Оператив кәңәшмәгә йыйылып етеп ҡалған балалар тураһында һөйләштек. Ике яҡтан да олата-өләсәйҙәре бар, балаларҙы уларға тапшырасаҡбыҙ”.

Енәйәт эшен тикшереү дауам итә.Тәфтишселәр әле был ҡот осҡос фажиғәнең барлыҡ сәбәптәрен асыҡлау менән мәшғүл.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Вәхшилек

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд