Учалы фажиғәһе шаһиты интервью бирҙе

Учалы фажиғәһе шаһиты интервью бирҙе https://bash.news/news/87984_uchaly_fazhie_shaity_intervyu_bire
14 ғин 2019, 22:16

Учалы фажиғәһе шаһиттарының береһе – ҡатынын һәм күршеләрен атыусы ирҙе таңғы иртәлә йортона алып килеүсе такси хеҙмәткәре. Беҙҙең редакция ҡарамағына уның менән интервью килде.

Пассажирының өйҙән аҡса сығарыуын көтөп ултырған таксист үҙе лә саҡ фажиғә ҡорбанына әйләнмәй. Тәүҙә йорттан хужаның ҡулдары ҡанға буялған ҡатыны, уның артынан ҡорал тотҡан ире килеп сыға. Водитель машинаһын борған мәлдә енәйәтсе уның тәгәрмәсенә, һуңынан артынан ҡыуып тағы ла ике тапҡыр салонға ата. Машинаһы көрткә батҡан такси хужаһы урамға сығып йәйәү йүгерергә мәжбүр була.

Такси хеҙмәткәре: “Ул мине ҡыуалап артымдан атып килде. Көрт булғас, машинамдан сығып йүгерҙем. Ҡайҙа йүгергәнемде лә иҫләмәйем. Ул күҙҙән юғалғас, 112 ҡотҡарыу хеҙмәтенә, һуңынан полицияға шылтыраттым”.

Учалы фажиғәһе шаһиты интервью бирҙе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна