Радий Хәбиров, Учалылағы хәлгә үҙ ҡарашын белдереп, фажиғәнең сәбәбе алкоголдә булыуын билдәләне

Радий Хәбиров, Учалылағы хәлгә үҙ ҡарашын белдереп, фажиғәнең сәбәбе алкоголдә булыуын билдәләне https://bash.news/news/87985_radij_xbirov_uchalylay_xlg_arashyn_belderep_fazhine_sbbe_alkogold_bulyuyn_bildlne/?lang=bash
14 ғин 2019, 22:17

Республика етәксеһе әйтеүенсә, төбәктә эскелеккә бәйле хәл насарайған. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр республикала спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып һәләк булыусылар күпкә артҡан. Ошоно иҫәпкә алып Радий Хәбиров, профилле ведомстволарға был проблемаға ныҡлап тотонорға ҡушты. Ә көнкүреш ҡалдыҡтарына килгәндә, был йүнәлештә башҡа тарифтар ҡабул ителмәйәсәк. Радий Хәбиров бөгөнгө оператив кәңәшмәлә сүп-сар реформаһы буйынса тағы бер тапҡыр үҙ фекерен белдерҙе.

Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, яңы йыл каникулдарында 21 мең тонна тирәһе көнкүреш ҡалдыҡтары сығарылған. Әммә эш барлыҡ төбәктәрҙә лә тейешле кимәлдә ойошторолған тип әйтеп булмай, 9 муниципаль берәмек хеҙмәтләндереүсе операторҙар менән килешеү төҙөмәгән, 35 ҡала-районда әҙерлек паспорттары юҡ. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер идарасы компаниялар әле үк квитанцияларға сүп-сар сығарған өсөн хаҡты өҫтәп тә ҡуйған. Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, бындай күренешкә юл ҡуйырға ярамай, түләүҙәр ғинуар аҙағында ғына килергә тейеш. Был закон боҙоу, һәр бер осраҡты айырым тикшереү мөһим, икеләтә түләүҙәргә юл ҡуймау мотлаҡ, тине Радий Фәрит улы.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Управляющая компания будет выставлять, региональный опреатор будет выставлять и мы не то что выдержим что говорили, а многократно увеличим. Я прошу поставить это на особый контроль. Не забываем о цифрах которые говорили. 70 рублей с человека, а в тех местах где это не осуществлялось 35. Я других цифр не принимаю”.

Радий Хәбиров торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә йәйгә әҙерләнә башларға ла ҡушты. Урамдарҙы, ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыу Хөкүмәт кимәлендә тикшерелә торған мәсьәлә түгел, ул ғәҙәти күренеш булырға тейеш. Хәҙерҙән үк саңға ҡаршы көрәшкә әҙерләнеү мөһим, ҡом бураны уйнарға тейеш түгел, тине Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Следующий вызов это пыль. Песчаных бурь летом быть не должно. Будем очень скурпулезно этот вопрос решать”.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Радий Хәбиров, Учалылағы хәлгә үҙ ҡарашын белдереп, фажиғәнең сәбәбе алкоголдә булыуын билдәләне

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста