Бөгөн Өфөлә йәнә торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашып алданыусылар проблемаһы тикшерелде

Бөгөн Өфөлә йәнә торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашып алданыусылар проблемаһы тикшерелде https://bash.news/news/87986_bgn_fl_jn_torla_tlshnd_atnashyp_aldanyusylar_problemay_tiksherelde

Дүшәмбе һайын ойошторолған төҙөлөш сәғәтен Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров алып барҙы. Былтыр Өфөлә, Өфө районында, Салауатта һәм Нефтекамала бөтәһе 19 йорт проблемалылар исемлегенән алынды. Дөйөм алғанда, 899 кеше фатирлы булды.

Яңы йыл алдынан "Яңы Булгаков" торлаҡ комплексын төҙөүсе үҙ өлөшсөләренә күптән көткән фатир асҡыстарын тапшырҙы. Дим биҫтәһендә "Көмөш шишмә" торлаҡ комплексының етенсе литеры ла сафҡа инде. Әммә торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашып алданыусылар проблемаһы бының менән генә сикләнмәй. Республикала быйыл да был йүнәлештә әүҙем эш алып барыласаҡ.

Григорий Невоструев, Башҡортостан төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары: “По заселению все прошло в штатном режиме. Сейчас идет процесс передачи квартир”.

Автор: Илдар Байбулатов.

Бөгөн Өфөлә йәнә торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашып алданыусылар проблемаһы тикшерелде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество