Өфөнөң Дим биҫтәһендә фасады ишелә башлаған йортто махсус хеҙмәттәр төнө буйы ҡарауыллап сыҡҡан

Өфөнөң Дим биҫтәһендә фасады ишелә башлаған йортто махсус хеҙмәттәр төнө буйы ҡарауыллап сыҡҡан https://bash.news/news/87987_fn_dim_bitend_fasady_ishel_bashlaan_jortto_maxsus_xemttr_tn_bujy_arauyllap_syan

Дағстан урамындағы 12-се һанлы йорттоң кирбестәре урам яҡлап ҡубыуы тураһында хәбәр кисә таралды. Был күптәрҙе хафаға һалды, сөнки күп фатирлы йорт ун йыл элек кенә файҙаланыуға тапшырылған.

Бөгөн күп ҡатлы торлаҡтың ишелә башлаған ерен төҙөкләндереү эше башланды. Биналарҙың биҙәкләү өлөшө урынынан ҡубыуы тәүге осраҡ түгел. Граждандарҙы яҡлау идаралығынан белдереүҙәренсә, фатир хужаларына борсолорға урын юҡ.

Динар Ҡорамшин, Өфөнөң Дим районы буйынса граждандарҙы яҡлау идаралығы етәксеһе: “Был йорттағы фатирҙарҙа йәшәүселәргә хәүефләнергә кәрәкмәй. Монолит стена урынында.Ҡупҡан өлөшөн бөгөн үк төҙөкләндерә башлайбыҙ. Кисә эргә-тирәне кәртәләнек”.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Өфөнөң Дим биҫтәһендә фасады ишелә башлаған йортто махсус хеҙмәттәр төнө буйы ҡарауыллап сыҡҡан

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир
GAUGA