Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев профессиональ нигеҙҙә эшләүсе депутаттар менән осрашты

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев профессиональ нигеҙҙә эшләүсе депутаттар менән осрашты https://bash.news/news/87988_dlt_jyjylyshyoroltaj_rjese_konstantin_tolkachev_professional_nige_eshlse_deputattar_menn_osrashty
14 ғин 2019, 22:20

Кәңәшмә барышында яңы саҡырылыштың көҙгө сессиялағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды һәм яҙғы сессияға эш планы билдәләнде. Константин Толкачев әйтеүенсә, көҙгө сессия дауамында депутаттар 4 пленар ултырыш, 5 Президиум ултырышы, 40-тан ашыу комитет ултырыштары, 8 түңәрәк өҫтәл уҙғарған.

Парламент етәксеһе шулай уҡ яҙғы сессия программаһына 57 закон проекты индерелеүе тураһында һөйләне. Бынан тыш, депутаттарҙы республика етәксеһенең Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән бурыстарҙы тормошҡа ашырыу буйынса ҙур ғына эштәр көтә. Яҙғы сессияла түңәрәк өҫтәлдәр үткәреү, профилле комитеттар ултырыштарында һәм башҡа сараларҙа мәғлүмәттәр тыңлау көтөлә.

Рөстәм Ишмөхәмәтов, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары: “Яҙғы сессияға яңы маҡсаттар ҡуйыла. Мөрәжәғәтнамәне тормошҡа аштырырға кәрәк. Һайлаусылар менән күберәк эшләргә”.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев профессиональ нигеҙҙә эшләүсе депутаттар менән осрашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд