Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан республиканың иң яҡшы журналистары тәбрикләнде

Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан республиканың иң яҡшы журналистары тәбрикләнде https://bash.news/news/87989_rsj_matbuaty_kn_uajynan_respublikany_i_yashy_zhurnalistary_tbriklnde
14 ғин 2019, 22:21

Төрлө ведомство, йәмәғәт ойошмалары уҙғарған тиҫтәләп конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр исемлегендә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналистары, "Яңылыҡтар" хеҙмәте хәбәрселәре лә бар. Әйтәйек, беҙҙең телеканал эшмәкәрлеге төбәктең Үҙәк һайлау комиссияһы, Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан юғары баһаланды.

Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты тарафынан да Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Хеҙмәттәштәребеҙ сәләмәт тормош пропагандаһы һәм террорға ҡаршы булған материалдары менән дә тәүге урындар яуланы

Борис Мелкоедов, Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе: “Һәр ваҡыт үҙ эшеңде яратып эшләргә кәрәк. Республика баҫмалары күп милләтле халыҡ өсөн эшләй. Традицион баҫмаларҙан тыш, интернет селтәрҙәрендә лә, телевидениела ла, радиола ла аудиториябыҙ артҡандан арта”.

Тантанала юғары наградалар ҙа тапшырылды. Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн бер нисә журналистҡа Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре исеме бирелде. Бәхетле исемлектә Краснокама мәғлүмәт үҙәге директоры, баш мөхәррире Ирина Вәлиева ла бар.

Ирина Вәлиева, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре: “Хеҙмәтеңде күреп баһалаһалар – икеләтә бәхет. Университетта уҡып бөтмәҫ борон Краснокама гәзитенә эшкә төштөм. Инде һигеҙ йыл баш мөхәрирмен”.

Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан республиканың иң яҡшы журналистары тәбрикләнде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров